+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Июль , 12:59

Башҡортостанда юл ремонтлау эштәре ҡыҙыу бара

2024-2026 йылдарҙа Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 80  юл ремонтланасаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Башҡортостанда юл ремонтлау эштәре ҡыҙыу бара
Башҡортостанда юл ремонтлау эштәре ҡыҙыу бара

Белеүебеҙсә, республикала беренсе сиратта ремонтланырға тейешле юлдарҙы ремонтлау программаһы Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса 2023 йылда старт алды. Исемлеккә 29 районда һәм ике ҡалала 80 юл объекты индерелгән, шуларҙың 48-дә эштәр  2025-2026 йылдарҙа тамамланырға тейеш. Дөйөм оҙонлоғо 215 км булған автомобиль юлдары һәм урамдар участкаларын норматив хәлгә килтереү, шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 325 метр булған биш күперҙе ремонтлау планлаштырыла. Мәҫәлән,  Өфөлә Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттарында, Жуков, Цюрупа һәм Баҡалы урамдарында  асфальт япмаларҙы яңыртыу, Коммунистик, Пушкин һәм Новомостова урамдарына ремонт эштәре бара. Ҡырмыҫҡалы районында август аҙағына тиклем 1 саҡрым оҙонлоҡтағы Оло Күл–Ҡабаҡ–Суҡ-Шишмә юлы участкаһында эштәр тамамланасаҡ. Яңауыл районында Яңауыл–Иҫке Ҡурдым, Яңауыл–Яңғыҙнарат һәм Яңғыҙнарат-Зайцево автомобиль юлдары участкалары ремонтланасаҡ. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай-Аҡъяр трассаһын тәртипкә килтереү дауам итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: