-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Июль , 14:47

Ихаталар күркәмләнә

“Башҡорт ихаталары” программаһы үҙ эшен дауам итә. Район үҙәге уны тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Программа буйынса күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ.

Ихаталар күркәмләнә
Ихаталар күркәмләнә

Район үҙәгенең Учалы урамында ихата биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр бара. Бында сағыу төҫтәге ҡыйыҡтар ҡаршылай хәҙер хужаларҙы, асфальт түшәлгән йәйәүлеләр юлдары һәм тротуарҙар барлыҡҡа килде. Бөтә төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн балалар майҙансығы, һәр подъезд янында эскәмйәләр, кер элеү майҙансығы ҡуйыласаҡ, машиналар ҡуйыу урындары булдырыла, спорт һәм балалар майҙансыҡтарына хәүефһеҙлек өсөн резина япмалар йәйелә, кер элеү өсөн урын да ҡаралған. Йорт алдарын йәшелләндереү, эскәмйәләр, сүп һауыттары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Әлеге ваҡытта балалар өсөн майҙансыҡ эшләнеү өҫтөндә. 

Ихаталар күркәмләнә
Ихаталар күркәмләнә
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: