+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Июль , 14:16

Асҡар эргәһендә ял итеү урыны

Туризм  инфраструктураның сифатын күтәрергә мөмкинлек бирә, был төбәккә аҡса килеү ағымын да арттыра. Башҡортостан туристарҙы йәлеп итеү буйынса төбәктәр араһында тәүгеләр иҫәбенә инә. Мәҫәлән, 2023 йылда ғына ошо маҡсатта федераль бюджеттан 1, 5 млрд һум аҡса йәлеп ителгән. 

Асҡар эргәһендә ял итеү урыны
Асҡар эргәһендә ял итеү урыны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Эшҡыуар сәғәт"тәрендә үҙе шәхсән ҡатнашып, проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Асҡар эргәһендә төҙөлөп ятҡан “Урал батыр” комплексын ғына алайыҡ.  Парк биләмәһендә балалар өсөн күңел асыу комплексы, тау саңғыһы төшөүе, тюбинг трассаһы, кафе һәм ресторан, бағыр хужалығы, ҡунаҡхана, мәмерйә менән шарлауыҡ һәм башҡа объекттар буласаҡ. Әлеге ваҡытта яһалма быуаға карп һәм бикре ебәрелгән, ресторан менән ҡунаҡхана төҙөлөү өҫтөндә. Комплекстың эсендә “Урал батыр” эпосының персонаждары кәүҙәләндереләсәк.

2022 йылдың сентябрь айында Радий Фәрит улы үҙе буласаҡ ял итеү урыны менән танышты. "Идеяларығыҙ шәп һәм төптән уйланылған. Комплексты төҙөп бөтһәгеҙ, тантаналы шарттарҙа асыуҙа үҙем дә ҡатнашырға әҙермен", - тине ул үҙенең сығышында.  

–Тағы ла тау саңғыһы ҡорамалдарын прокатлау менән тау саңғыһы трассаһын асырға ниәт итәбеҙ. Унда өс төр трасса буласаҡ. 200 урынлыҡ кафе-ҡунаҡхана, тирмә — кафе тө, 8 глэмпинг төҙөргә, биләмәне йәшелләндерергә плналаштырабыҙ. Ҡышҡы һәм йәйге балыҡ тотоу өсөн шарттар булдырыласаҡ. Киләсәктә "Ҡырҡты-Тау" һырты буйлап туристик маршруттар булдырырға теләйбеҙ, — тип һөйләне Руслан Шәғәлин.

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: