+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Июль , 16:22

Балаларға - шәп майҙансыҡ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш башлағанында тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтен матурайтыу, күркәмләндереү тураһында һүҙ алып барҙы. "Халыҡ йәшәгән ерҙә шарттар уңайлы булырға тейеш, шул уҡ ял итеү урындары, балалар өсөн майҙансыҡтар төҙөү мөһим," - тигәйне. Был юҫыҡта эштәр әленән-әле атҡарылып килә.  

Балаларға - шәп майҙансыҡ!
Балаларға - шәп майҙансыҡ!

«Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә Иҙәш Ҡусҡары ауылында күптән көтөлгән “Йәйғор” балалар майҙансығы асылды. Бынан дүрт йыл элек район буйынса үткәрелгән “Һырғалаҡ” бәйгеһендә иҙәштәр беренсе урын алғандар һәм 120 мең һумлыҡ бүләккә лайыҡ булғандар. Бүләккә бирелгән аҡсаға спорт майҙансығын, ә “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә балалар майҙансығын эшләүгә ирешкәндәр. Уны төҙөүҙә халыҡтың да өлөшө ҙур була. Майҙансыҡ фәҡәт ауыл халҡы инициативаһы менән эшләнгән.

Майҙансыҡты урынлаштырыу һәм кәртәләп алыу, ҡом килтереү, ҡорамалдарҙы нығытыу кеүек эштәрҙе Фәрит Шәрипов һәм ауыл старостаһы Хаммат Динисламов етәкләй. Ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәре барлыҡ эштәрҙе лә берҙәм генә атҡарып сыҡһа, ҡатын-ҡыҙҙар балалар майҙансығын төрлө сағыу төҫтәр менән матурайтып та ҡуя. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” ти халыҡ мәҡәле. Иҙәштәр был юлы ла үҙҙәренең дәртле,  дөргөн икәнлеген иҫбатланы. Шәрифйән Садыҡ улы бөтә башланғыстарҙа ла әүҙем ҡатнашыусыларға тантана барышында ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән рәхмәт хаттарын тапшырҙы.           

— Һәр ата-әсә балаһы өсөн борсола. Ҡайҙа, кем менән, нимә эшләп йөрөй? Арттарынан күҙәтеп өлгөрөп тә булмай. Хәҙер был йәһәттән күңелебеҙ тынысланыр. Балалар ошондай уйын майҙансығы тураһында күптән хыяллана ине. Етмәһә, ҡоролманың ауыл уртаһында булыуы яҡшы, ололар ҙа ғәзиздәребеҙҙе күҙҙән яҙлыҡтырмаҫ, - тип ҡыуанысын йәшермәне байрамға килеүсе ата-әсәләр исеменән Шәфҡәт Кәримов. 

Дөйөм алғанда, был һөҙөмтәле программа ауыл биләмәләренә бихисап эштәрҙе тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте. Районыбыҙҙа нисәмә уйын майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар, социаль учреждениелар төҙөкләндерелде, шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу кеүек мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителә килә. Шулай дауам итһен, халыҡ әүҙем булһын.

Йәй еткәнен һағынған бәләкәстәр, эштәр тамамланғас та, көн һайын ошо урында сыр-сыу килеп уйын ҡора икән. Киләсәктә лә балалар майҙансығында кескәйҙәрҙең шат тауыштары тынмаһын ине.

Балаларға - шәп майҙансыҡ!
Балаларға - шәп майҙансыҡ!
Балаларға - шәп майҙансыҡ!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: