-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Июль , 15:40

Үҙәктәге ихата көндән-көн матурая

Район үҙәге "Башҡорт ихаталары" программаһын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Ил буйынса был тик Башҡортостан Республикаһында ғына тормошҡа ашырылған үҙенсәлекле программа.

Үҙәктәге ихата көндән-көн матурая
Үҙәктәге ихата көндән-көн матурая

 - Һәр кеше хаҡында республика халҡы хәстәрлек күрә. Үҙ сиратында оҙаҡ ваҡыт яҡшы хәлдә булмаған ихаталар яңыртыла. Проектты башлау өсөн халыҡтың теләге генә мөһим. Был программа менән 30 районда ихаталар күркәмләнәсәк, - тине  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проект башланғыс алған ваҡытта. 

"Башҡорт ихаталары" проектының төп маҡсаты - күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгән халыҡҡа йәшәр өсөн яҡшы һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Беҙҙең районда Асҡар ауылының Учалы урамындағы күп ҡатлы йорттар яңы төҫ алды. Бында әле лә эштәр ҡыҙыу бара. Бында асфальт түшәлгән йәйәүлеләр юлдары һәм тротуарҙар барлыҡҡа килде. Бөтә төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн балалар майҙансығы, һәр подъезд янында эскәмйәләр, кер элеү майҙансығы ҡуйыласаҡ, машиналар ҡуйыу урындары булдырыла, спорт һәм балалар майҙансыҡтарына хәүефһеҙлек өсөн резина япмалар йәйелә, кер элеү өсөн урын да ҡаралған. Йорт алдарын йәшелләндереү, эскәмйәләр, сүп һауыттары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Бының өсөн 13 миллион һум сығымдар талап ителә.

- Ихатабыҙ күркәмләнде, йорт ҡыйыҡтары сағыу төҫтәргә алыштырылды, балалар майҙансығы ҡуйылды, хәҙер иһә иртә таңдан кискә хәтлем ихаттала балалар тауышы тынмай, - ти ошо ихатала йәшәүсе Ғәлиә Ниғмәтуллина. 

 

Үҙәктәге ихата көндән-көн матурая
Үҙәктәге ихата көндән-көн матурая
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: