Херсон өлкәһендә автомобиль юлы участкаһы, Луганск Халыҡ республикаһындағы Краснодонскта бала табыу йорто, ДНР-ҙа интенсив дауалау дауаханаһы һәм Нахимов хәрби-диңгеҙ училищеһы филиалы, Запорожье өлкәһендә йыл әйләнәһенә эшләүсе “Маяҡ” йәштәр белем биреү үҙәге асылған. Ул был күләмле эштәҙә федераль ведомстволарҙан тыш, 26 дәүләт компанияһы һәм Рәсәй федерацияһының 82 субъекты ла ҡатнашыуын билдәләгән.
Һөҙөмтәлә, 2022 йылдан алып 11 262 объектта эштәр тамамланған, шул иҫәптән 62 күп фатирлы йорт төҙөлгән, 2 140 күп фатирлы йорт, 321 социаль объект ремонтланып тергеҙелгән. Өс мең километрҙан ашыу юл капиталь ремонтланған. 500-ҙән ашыу банк бүлексәһе һәм офисы асылған. Ә бизнесҡа ярҙам итеү өсөн киң инструменттар, льготалы кредитлау программаларынан алып ирекле иҡтисади зона режимына тиклем булдырылған. Шул уҡ ваҡытта Дәүләт Башлығы башҡарылған эштәргә юғары баһа биреп, киләсәктә лә темптарҙы кәметмәҫкә ҡушҡан.