Был сумманың 84 миллион һумын федераль бюджет «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә бүлгән. 2 процентын республика берлектә финанслаясаҡ, инвесторҙар проект хаҡының кәм тигәндә 50 процентын үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Конкурсҡа юридик шәхестәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан дөйөм суммаһы 524 миллион һумлыҡ 72 ғариза килгән. Еңеүселәр араһында алты проект — туризм инфраструктураһын үҫтереүгә, бишәүһе пляждар төҙөүгә, 11-е кемпингтар төҙөүгә грант аласаҡ. Пляждар буйынса гранттың максималь күләме 7 млн һум тәшкил итә. Был йүнәлештәге проекттарға ярҙам итеүгә средстволарҙың дөйөм суммаһы 34,9 млн һум тәшкил итәсәк. Кемпингтарҙы үҫтереүгә 40,8 млн һум бүленәсәк, гранттың максималь суммаһы 4 млн һум тәшкил итә. Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 9,9 млн һум йүнәлтелә, дәүләт ярҙамының максималь суммаһы 2 млн һум буласаҡ. "Туризм өлкәһендә үҫешкә беренсе йыл ғына булышлыҡ итмәйбеҙ.
2024 йылда Башҡортостанда туризмға дәүләт ярҙамы дөйөм суммаһы 948 миллион һум күләмендә планлаштырылған. Шуның 530 миллион һумы — милли проект сиктәрендә, 48 миллион һумы «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проектына бүленгән.
Быйыл республика туризмды үҫтереү буйынса федераль бюджеттан 166 миллион һум аҡса йәлеп иткән, яҡын арала гранттар биреүгә өҫтәмә һайлап алыу конкурсы иғлан ителәсәк. Шуныла билдәләр кәрәк, ил субъекттарына туризмды үҫтереүгә 6,4 миллиард һум субсидия бүленгән. Хәҙер, төбәк властары ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтөнлөклө туризм йүнәлештәрен урында үҙҙәре билдәләй ала.