+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Август , 11:31

"Башҡорт ихаталары"- өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе

Был программа буйынса районда бер ихата төҙөкләндерелде

“Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында Асҡарҙың йөҙө бөтөнләй икенсе төҫ алыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Тап уның арҡаһында район үҙәге икенсе һулыш алды, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Совет заманында төҙөлгән йорттарҙы, емерелгән ҡоймаларҙы, ҡотһоҙланып ҡалған ихата алдарын төҙөкләндереүҙә уның роле ғәйәт ҙур. Рәшәткә менән уратып алынған баҡсаларҙағы тәртипһеҙ рәүештә, йәйелеп үҫкән ағастар ҙа биҙәмәй ине.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: «Әгәр ҙә беҙ ихатала эш башлайбыҙ икән, тимәк, барыһын да тәртипкә килтерергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Шунда уҡ подъездарҙы, ҡыйыҡты, фасадтарҙы тәртипкә килтерергә бурыслыбыҙ».

«Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында Асҡарҙың йөҙө бөтөнләй икенсе төҫ алыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Тап уның арҡаһында район үҙәге икенсе һулыш алды, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Совет заманында төҙөлгән йорттарҙы, емерелгән ҡоймаларҙы, ҡотһоҙланып ҡалған ихата алдарын төҙөкләндереүҙә уның роле ғәйәт ҙур. Рәшәткә менән уратып алынған баҡсаларҙағы тәртипһеҙ рәүештә, йәйелеп үҫкән ағастар ҙа биҙәмәй ине.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡса-тында иғлан ителгән был дәүләт программаһы, ысынлап та халыҡ өсөн уйланылғанын әбйәлил-дәр яҡшы аңлап ҡабул итә. Радий Фәрит улы быны республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкә-һендәге өҫтөнлөклө про- екттарының береһе тип билдәләне. 
Был проект буйынса Асҡарҙың Учалы урамының 8-се, 10-сы, 12-се, 14-се, 16-сы, 16/1-се йорт ихаталары бөтөнләй икенсе төҫ алды. Сағыу төҫтәрҙәге ҡыйыҡтар, уңайлы тротуарҙар, балаларға уйнарға майҙансыҡтар эшләнде. 
— Ихатаға килеп инеүе күңелле булып ҡалды. Хәҙер бында кискеһен балаларҙың тауышы тынмай, барыһы ла ихлас майҙансыҡта уйнай, — ти Вәсилә Вәдүтова Учалы урамында йәшәүсе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда «Башҡорт ихаталары» күп ҡатлы йорттар биләмәләрен төҙөклән-дереү программаһы 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Программаның биш йылында 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелде. Программаны тормошҡа ашырыуға финанстың күбе-һе республика бюджетынан бүленә. 
Төҙөкләндереү тураһын-да ҡарар торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында коллектив ҡабул ителә. Программа үҙ эсенә балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүҙе, йәшелләндереүҙе, парковкаларҙы төҙөкләндереүҙе һәм башҡа эштәрҙе ала. Эш сифаты белгестәр тарафынан контролдә тотола һәм халыҡтың фекерен иҫәпкә ала. Программа халыҡ араһында ыңғай баһалана һәм үҫешен дауам итә.

Элиза Ҡунафина, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе: — Учалы урамының күп ҡатлы йорттары алдындағы үҙгәреш иҫ китерлек. Күпселектә эттәр төйәк иткән, бысраҡ биләмә бөгөн танығыһыҙ. Бында үткән төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһендә шәп майҙансыҡ хасил булған: унда ҡасан ғына барһаң да, ҡыҙҙар-малайҙар рәхәтләнеп уйнай, сабыйҙары менән әсәләр ял итә. Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән башланғыс алған «Башҡорт хаталары» программаһы сиктәрендә бойомға ашырылған был проект районда Йәнгелдән ҡала икенсеһе. Халыҡ мәнфәғәтендә ошондай программаларҙың эшләп килеүе — ҙур ҡыуаныс.
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: