+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Август , 17:25

Заманса майҙансыҡ буласаҡ

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү”  дәүләт программаһы ярҙамында  Асҡар ауылының Көнсығыш-1 биҫтәһендә майҙансыҡ төҙөлә  

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла хәстәрлек күреү, уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки был халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тип билдәләгәйне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла хәстәрлек күреү, уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки был халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тип билдәләгәйне.

2019–2024 йылдарҙа Башҡортостандың ауылдарында һәм ҡалаларында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Был йүнәлештә төрлө дәүләт программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Әлеге мәлдә Көнсығыш-1 биҫтәһендә балалар майҙансығы төҙөлә. Майҙансыҡта балаларға күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ: каруселдәр, бәүелсәктәр, пирамидалар, таусыҡтар урынлаштырыласаҡ, ҡом менән уйнау урындары йыһазландырыласаҡ, спорт ҡорамалдары ла хәстәрләнәсәк.

Әлегә балалар майҙансығына асфальт түшәлгән, майҙансыҡ кәртәләнеп алынған, ҡоролмалар аҫтына йомшаҡ, махсус резина япма йәйеләсәк. Сабыйҙар ҡолай ҡалһа, ул йәрәхәтләнеүҙән һаҡлай. Майҙансыҡта эшләйһе эштәр әле бихисап: яҡтыртҡыстар, камералар, уйнар өсөн ҡоролмалар ҡуйыласаҡ.

-Урындағы халыҡ минең башланғысты күтәреп алды. Киләсәктә был урын халыҡ яратып килгән ял итеү үҙәгенә әйләнһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”,  - ти район Советы депутаты Алмат Фәтхетдинов.

Заманса майҙансыҡ буласаҡ
Заманса майҙансыҡ буласаҡ
Заманса майҙансыҡ буласаҡ
Заманса майҙансыҡ буласаҡ
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: «Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла хәстәрлек күреү, уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки был халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә».
Азалия Әһелова, өс бала әсәһе: — Көнсығыш-1 биҫтәһе йылдан-йыл ҙурая барыу менән бер рәттән төҙөкләнә, матурая. Беҙҙең биҫтәлә бөтә уңайлыҡтары булған мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөлөшө барыуы хаҡында барыһы ла хәбәрҙар. Әле биҫтәбеҙҙә буласаҡ балалар майҙансығында эштәр гөрләп тора. Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы үтәлешен етди контролдә тотоуы һөҙөмтәһендә төҙөлөп ятҡан заманса майҙансыҡта балаларыбыҙға уйын өсөн дә, спорт менән шөғөлләнеүгә лә шарттар булдырыласағына ҡыҙҙар-малайҙар ғына түгел, беҙ, ата-әсәләр ҙә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ.
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: