Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған.
“Рәсәй Федерацияһының милли диңгеҙ сәйәсәтен булдырыу һәм Рәсәй Федерацияһының диңгеҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Диңгеҙ коллегияһын ойошторорға ҡарар итәм", — тиелә документта.
Указға ярашлы, координация органын Дәүләт Башлығы ярҙамсыһы Николай Патрушев етәкләйәсәк.
Президенттың РФ Диңгеҙ коллегияһын булдырыу тураһында ҡарарын Патрушев 28 июлдә Рыбинскиҙа суднолар төҙөү тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә хәбәр иткән ине. Ул, ул дәүләт власы органдарының милли диңгеҙ сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеген координациялауҙы арттырыу, Рәсәйҙең Донъя океанында милли мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителә, тип белдергәйне.