+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Август , 07:30

Хөкүмәттә «Төҙөлөш өсөн ер» һәм «Туризм өсөн ер" федераль проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелгән

Росреестрҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец хәбәр итеүенсә, торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланырға мөмкин булған ер участкаларын асыҡлау буйынса эш «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә алып барыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Хөкүмәттә «Төҙөлөш өсөн ер» һәм «Туризм өсөн ер" федераль проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелгән
Хөкүмәттә «Төҙөлөш өсөн ер» һәм «Туризм өсөн ер" федераль проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелгән

2020-2024 йылдарҙа 1 700-ҙән ашыу ер участкаһы асыҡланған, уларҙың дөйөм майҙаны 82 гектар тәшкил иткән 422 участка торлаҡ төҙөлөшөнә индерелгән дә инде. Тағы ла 1 289 участка артабан әйләнешкә индереү өсөн асыҡ кадастр картаһында урынлаштырылған.

       Бынан тыш, 2022 йылдан алып Башҡортостан «Туризм өсөн ер» федераль программаһының пилот төбәктәренең береһе булып тора. Уның сиктәрендә туристик инфраструктура объекттарын урынлаштырыу өсөн яраҡлы участкаларҙың мәғлүмәт базаһы булдырылды. Был участкалар тураһында мәғлүмәт ҡыҙыҡһынған инвесторҙар өсөн ирекле ҡулланылышта.  

 – Торлаҡ төҙөлөшө өсөн асыҡланған ер участкаларының дөйөм майҙаны буйынса Өфө (606 га), Архангел (305 га), Ҡырмыҫҡалы (209 га), Шишмә (167 га), Нуриман (156 га) райондары алдынғы, - тип билдәләгән Петр Клец.

   -  Күмертау (420 гектар), Дәүләкән (128 гектар), Шаран (28 гектар), Ғафури (26 гектар), Баҡалы (22 гектар) райондары туристик эшмәкәрлеккә ер участкаларын асыҡлау буйынса лидерҙар булған.

        Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға һәм муниципалитеттарға Росреестрҙың республика идаралығы менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә ҡушҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: