-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Август , 09:23

Фатирлы булдылар

Район хакимиәтендә фатир асҡыстарын һәм торлаҡ һатып алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте

БР Хөкүмәтенең 2020 йылдың 13 октябрендәге «Өс йәки унан күберәк бәлиғ булмаған йәштәге балалары булған граждандарға, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид балаһы булғандарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында милеккә бушлай ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү биреү тәртибен раҫлау тураһында»ғы 601-се ҡарарына ярашлы бер нисә ғаиләгә сертификаттар тапшырылды. 
Дәүләттән ярҙам алыусыларҙы Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне.

– Бирелгән фатирҙар ғаилә ҡорорға, тормошҡа шатланырға ярҙам итер тип өмөтләнәм. Беҙҙең етемдәр алдында бурысыбыҙ бар, йыл һайын улар өсөн бүленгән фатирҙар иҫәбен арттырабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сират һаман ярайһы уҡ ҙур, шуға туҡтауһыҙ төҙөйәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Тантанала тәүгеләрҙән булып ипотека менән торлаҡ һатып алыуға бирелгән кредитты тулыһынса ҡаплауға торлаҡ сертификаты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс кешегә тапшырылды. 
МХО зонаһында ҡатнашҡан Ишҡол ауылынан Фәнзил Мөхтәров сертификатты үҙ ҡулдары менән алһа, әле хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугир Герман Олеговичҡа тәғәйен сертификат ҡатыны Татьяна Сафоноваға  тапшырылды. Яугирҙе өйҙә дүрт балаһы көтә. 
Рушан Хәйеров әрме хеҙмәтен тамамлағас, контракт буйынса хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итә, контракт тулыр алдынан ғына махсус хәрби операция башлана һәм ул, хәрби булараҡ, ил һағына ебәрелә. Рушан Хәким улы өсөн сертификатты яҡын туғаны Айрат Хәйеров ҡабул итеп алды.
Торлаҡ сертификаттары шулай уҡ, бәләкәйҙән ата-әсәйһеҙ ҡалып, хәҙер бәлиғ булған йәштәргә лә тапшырылды. Фәнзил Ситдиҡов Мәскәү ҡалаһында эске эштәр министрлығының сит илдәр консуллығында юрист булып хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта магистратурала уҡып та йөрөй. Уның өсөн сертификатты өләсәһе ҡулына алып ҡыуанды. Красная Башкириянан Матвей Саҙрыев Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. «Торлаҡ сертификаты алыуҙа ярҙам иткән район хакимиәтенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Хәҙер беҙгә үҙебеҙҙең йортобоҙҙа ғаилә ҡороп йәшәү мөмкинлеге булды. Ҙур рәхмәт», — тип шатлығын йәшермәне тантанаға өләсәһе, апайы менән килгән Таштуйҙан Аделия Мөхәмәҙиева.

Тағы ла өс кешегә фатирҙар асҡыстары тапшырылды. Ҡушый ауылынан Лилиә Дауытова  Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын, һуңынан Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын тамамлап, быйыл ҡулына һөнәри диплом алған. Маргарита Калинин медицина колледжын тамамлап, Ҡазан ҡалаһында һөнәре буйынса эшләп йөрөй, тантанаға килеп өлгөрмәгән ҡыҙ, телефондан шылтыратып рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 
Рәлиф Миңлеғолов Өфө ҡалаһында «Артстройплюс» ЯСЙ-һында экскаваторсы булып эшләй. Фатирҙы ул кәләше Айгүзәл менән ҡабул итте. Йәш ғаилә яҡындары менән сәй өҫтәле әҙерләп тә ебәрҙеләр. Рәлиф район хакимиәтенә, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. 
Бөтә уңайлыҡтары булдырылған бер бүлмәле фатирҙарҙы шәхси эшҡыуар Ансар  Өмөтҡужин етәкселегендә бригада Ҡушый ауылында төҙөгән.  
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балалар өсөн йылына 6-8 фатир төҙөгән Ансар Рафиҡ улы намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш тармағын үҫтереүгә шәхси өлөш индергәне өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Раушания Мөхәмәҙиева һәм Юлиә Сивамбаеваларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында милеккә бушлай ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү танытмалары тапшырылды. Юлиә яңғыҙы дүрт бәлиғ булмаған бала үҫтерә. 
БР Ауыл хужалығы министрлығы ауыл биләмәләрендә йәшәүсе граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашыра. Программа сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сираттан тыш социаль түләү алыу хоҡуғына эйә булдылар. Хәрби хәрәкәттәр барышында батырҙарса һәләк булған Заһит Абдуллиндың ҡатыны Алһыу һәм өс улы: 11 йәшлек Илдар, 8 йәшлек Вилдан һәм 6 йәшлек Арслан (һүрәттә) сертификатты ҡабул итеп алдылар. 
Шулай уҡ, әлеге ваҡытта госпиталдә дауаланыусы МХО яугиры Вадим Халиҡовтың ҡатыны Әлиә Айрат ҡыҙына ла танытма тапшырылды. Халиҡовтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. 
Хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов һәр төркөмгә артабан нисек эш итергә кәрәклеген ентекле аңлатты һәм һорауҙар тыуған хәлдә мөрәжәғәт итергә яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең исемдәрен атаны. 
Гөлнара ШАКИРОВА.

«Маргаританы өс йәштән тәрбиәләп үҫтерҙем, етем ҡалған балаларҙың яҙмышына иғтибарлы булыуына, ошондай яҡты, матур фатирҙар биреп, ғаилә ҡороу мөмкинлектәре биргән өсөн район хакимиәтенә оло рәхмәтемде белдерәм. Маргарита, әле Ҡазандан ҡайтып килә, уның ҡыуанысы ҙур, ул да рәхмәттәрен еткерә», — тине Атауҙы ауылынан Ғәрифә Вәлиева ейәнсәренең өйө түренә үткәс.
Читайте нас: