+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Сентябрь , 16:08

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙең яңы программаһы башлана

2024-2030 йылдарға авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса яңы республика адреслы программаһына 38 муниципалитетта дөйөм майҙаны 227 мең квадрат метрлыҡ 565 күп фатирлы йорт ингән.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙең яңы программаһы башлана
Авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙең яңы программаһы башлана

Адреслы программа 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған йорттарҙа йәшәгән 14,7 мең кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Уны алты этапта тормошҡа ашырыу күҙаллана. Беренсе этап сараларын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға 134,2 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Артабанғы этаптарҙы финанслау «Тормош өсөн инфраструктура» яңы милли проекты ҡабул ителгәс башлана.

     Программаның беренсе этабында Өфө һәм Бөрө ҡалалары ҡатнаша. Төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов билдәләүенсә, Башҡортостанда дөйөм майҙаны 392 мең квадрат метрлыҡ 842 йорт авария хәлендә тип танылған.

       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү буйынса төбәк программаһын ваҡытынан алда тамамланы. Уны тормошҡа ашырыуға 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, шуларҙың 1,4 миллиарды – федераль средстволар. 2019 йылдан алып «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 112 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡ фондынан 9 мең самаһы кеше күсерелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: