Әлеге ваҡытта улар буйынса эштәр тәжрибә-конструкторлыҡ стадияһында бара. 2025 йылда был осоу аппараттарына тейешле двигатель һәм винттар сертификацияһы тамамланырға тейеш, ә тулы сертификацияны самолет 2026 йылда үтәсәк. Бынан һуң улар Рәсәй баҙарына сығарыласаҡ.
Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин еңел күп маҡсатлы«Байкал» самолетының пассажирҙар версияһын эшләүҙе һәм етештереүҙе тиҙләтергә ҡушҡайны. Дәүләт башлығы шулай уҡ, әлеге ваҡытта илдең үҙендә етештерелгән конкуренцияға һәләтле һауа судноларына мохтаж булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғайны.