Был программа республиканың 67 тораҡ пунктында тормошҡа ашырыла. Шуныла билдәләр кәрәк, һуңғы 5 йылда 683 йәмәғәт биләмәһе заман талаптарына ярашлы яңыртып төҙөкләндерелгән. Үткән йылда йәмғеһе 123 йәмәғәт урыны, шул иҫәптән 36 парк һәм сквер, 9 яр буйы, 16 майҙансыҡ һәм 18 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы төҙөкләндерелгән.
"Һуңғы йылдарҙа республикала ҙур күләмдә төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Айырыуса уңайлы һәм халыҡ талап иткән биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә баҫым яһала. Бында халҡының әүҙем позицияһы бик мөһим», — ти Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.