Бөтә яңылыҡтар
10
Төҙөкләндереү
17 Ноябрь 2024, 17:16

Көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға

Дәүләт кимәлендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһен төбәктәрҙә, ауылдарҙың ҙурында, бәләкәйендә күрә алыу ҡыуаныслы. Сиҙәм ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт усағы асылды.

Төҙөлөш эштәре нисек барған?
Сиҙәмдәр элек-электән ижади әүҙемлектәре, көслө фольклор ансамблдәре менән танылыу алған. Ауылдың 1994 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йорто бинаһына күптән заман талаптарына ярашлы ремонт кәрәк ине. Ниһайәт, ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яҙғыһын мәҙәниәт усағын ремонтлау эштәре башлана, ҡаҙнанан 35 миллион һум аҡса бүленә. Тендерҙы Магнитогорск ҡалаһынан «Энергомонтаж» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Азамат Тутаев етәкләгән «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ойошмалары ота. Подрядсы ойошмалар ремонтты бинаның икенсе ҡатынан башлап, иң тәүҙә электр эштәрен, йылытыу радиаторҙарын һәм канализация системаһын алмаштыра, артабан иҙәнгә ДВП һәм балаҫтар, кафель түшәй, ишектәрҙе яңырта. Йыуыныу бүлмәһе, бәҙрәф яңынан эшләнә. Бинаның фасады йылытыла һәм металл сайдинг менән көпләнә, шулай уҡ бүлмә-ара ишектәр ҡуйыла. Ә тәҙрәләре капитал ремонтҡа тиклем Урындағы башланғыс-тарға булышлыҡ итеү проекты буйынса алмаштырылған була. Ремонттан һуң мәҙәниәт усағы, унда урынлашҡан спорт залы, бейеү залы, ауыл китапханаһы һәм башҡа кабинеттар өр-яңы төҫ алған, хәҙер бында бөтә шарттар ҙа бар.

Бина буйлап экскурсия
Мәҙәни үҙәкте асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар — район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев, социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» директоры Азамат Тутаев һәм уның баш инженеры Виталий Зорин, «Энергомонтаж» һәм «Пирамида» ЯСЙ-лары директорҙары Елена Ткачева һәм Зәкир Манапов, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Наталья Сатина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты. 
Мәҙәниәт усағын асыу хоҡуғы Руслан Ғөзәйер улына, Наталья Владимировнаға һәм Азамат Әҡсән улына тапшырылды. Тантаналы шарттарҙа ал таҫмалар ҡырҡылғас, халыҡ бинаға үтте. Әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып ултырған мәҙәниәт учреждениеһы эстән дә бик күркәм. Ул барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөлгән, йыһазландырылған. Коридорҙа-ры яҡты һәм иркен. Бина буйлап экскурсия үткәрелде, иң тәүҙә икенсе ҡатта урынлашҡан китапханаға юлландыҡ.
— 1954 йылда «Урал» совхозына нигеҙ һалына. Тәүге сиҙәмселәр килә, шул заманда улар араһында китап алып килеүселәр, китап бүләк итеүселәр йышая. Шулай итеп, китап фонды туплана башлай. Шуға күрә лә тәүге мәҙәниәт усағы төҙөлгәс тә, грим бүлмәһендә ағастан эшләнгән китап стеллаждары пәйҙә була. 1961 йылда ҙур мәҙәниәт йорто сафҡа инә, бинаның бер мөйө-шөндә китапхана булдырыла. Клуб мөди-ре халыҡҡа китап тапшыра, иҫәп тота башлай. 1965 йылда Сиҙәмдә тәүге китапханасы булып Галина Вареник хеҙмәт юлын башлай, ул ошо өлкәгә 33 йыл ғүмерен бағышлаған. Унан һуң бер аҙ Ләйлә Хәзиева эшләгән, аҙаҡ иһә эшкә мин килдем. Бөгөнгө көндә китапхана фондында башҡорт, рус, сит ил, балалар әҙәбиәтен тәшкил иткән 7 меңдән ашыу китап иҫәпләнә, — тип тарих менән таныштырҙы ауыл китапханасыһы Рәйсә Хәлилова. 
Һуңғы йылдарҙа китапханала ҡыйыҡтан һыу аға, стеналар ҡарая, китаптар һыулана, уларҙы полиэтилен менән ҡапларға тура килә. Дым тәьҫиренән китаптарҙың күптәре үҙенең бөтөнлөгөн юғалтҡан, тышлыҡтары боҙолған. Һыу ағыу сәбәпле, яҡтылыҡ та булмай, шуға күрә күп кенә саралар мәктәп уҡыусылары менән берлектә белем усағында үткәрелә. Рәйсә Нурислам ҡыҙы ремонтланған ҙур, иркен бина өсөн мәҙәниәт министрлығына, рай-он хакимиәтенә оло рәхмәттәрен еткерҙе. 
— Ремонтҡа тиклем бейеүселәребеҙ өсөн айырым мөмкинлектәр юҡ ине, хә-ҙер бейеү залы булдырылды. «Дуҫлыҡ» бейеү ансамбле менән ғорурланабыҙ. «Йондоҙсоҡ» балалар ансамблебеҙ эшләп килә, хәҙер бейеү түңәрәктәренә йөрөүселәр артыр тип ышанабыҙ, сөнки мәҙәниәт йортоноң матур, яҡты мөхите үҙенә тартып тора, — тип шатлығы менән ур-таҡлашты хореограф Розалия Билалова. Тик бейеү дәрестәрен тулы кимәлдә үткә-реү өсөн әлегә станоктар һәм көҙгөләр юҡ. 
Бинаның спорт залында беҙҙе бер төркөм спортсылар ҡаршы алды. «Урал» спорт клубы — балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалы. Бында ҡыҙҙар һәм егеттәр бокс, кикбоксинг менән шөғөлләнә. 2001 йылдан алып тренер Рөстәм Мәүлетдинов уҡыусыларҙы спорт-ҡа ылыҡтыра. Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика һәм ил кимәлендәге ярыштарҙа һәр саҡ алдынғы урындарҙы яулай. 

Мәҙәниәт усағы гөрләне
Артабан сара тамаша залында дауам итте: Сибай филармонияһынан килгән, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы һәүәҫкәр әртистәр тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт сығыштар менән үрелеп барҙы. 
Тәүге сиҙәмселәрҙең килеп төпләнеүе, йәштәр араһында ҡатнаш ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, КПСС-тың район комитеты ҡуйған юғары бурысты урындағы йәштәрҙең атҡарып сығыуы, совхозға яңы ауыл хужалығы техникалары килеүе, 20-ләгән милләт вәкиленең ауылда бер бөтөн булып йәшәүе, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен хөрмәт итеүе,  ә бөтә халыҡты бер урынға туплап тороусы усаҡ — мәҙәниәт йорто булыуы хаҡында театрлаш-тырылған тамаша ла ҡуйылды. 
Тәүгеләрҙән булып Сиҙәм халҡын тәбрикләргә сәхнәгә Руслан Хәлилов күтәрелде.
 — Халыҡтың ижади потенциалын үҫтереү һәм рухи традицияларҙы һаҡлау өсөн хәҙер ауылда бөтә уңайлыҡтар бар. Йылы һәм заманса мәҙәниәт усағы ауыл халҡының яратҡан ял итеү урыны булһын һәм үҙешмәкәр сәнғәтте артабан үҫтер-һен, — тине ул һәм район хакимиәте исеменән мәҙәниәт йортона 300 мең һумға сертификат һәм бинаны ремонтлауҙа ярҙам күрһәткәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. 
Үҙ сиратында капиталь ремонтты сифатлы атҡарып сыҡҡан төҙөлөш ойошмалары етәкселәре лә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡиммәтле бүләк менән тәбрикләне.
Әлмөхәмәт ауылы биләмәһе башлығы Наталья Владимировна ауыл халҡы исеменән ил Президенты В. В. Путинға, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировҡа, мәҙәниәт министры Ә. И. Шафиҡоваға, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовҡа, урындағы фермерҙар — Рә-ғип Вафир улы Тайсин һәм Андрей Федорович Рахаевҡа йылы һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе. 
Мәғариф ветераны Татьяна Горбатова мәҙәниәт усағына данлыҡлы киномеха-ник Федор Рахаев, ә китапханаға тәүге китапханасы булып эш башлаған Галина Вареник исемдәрен бирергә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.  
Әлеге мәлдә мәҙәниәт учреждениеһында йәмғеһе унлаған түңәрәк — республикала дан тотҡан «Дуҫлыҡ» халыҡ, «Йондоҙсоҡ» балалар, «Сиҙәм» оло-лар бейеү коллективтары, «Ағинәйҙәр» фольклор ансамбле, һүрәт төшөрөү, «Уралочка» рус халыҡ, «Берҙәмлек» ир-егеттәр вокал ансамблдәре ихлас эшләп килә. 
Мәҙәниәт кешеһе барыһын да йөрәге аша үткәрә — барыһы өсөн яна, көйә, хатта сәхнәлә янғандары ла күптәр. Күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән, бинаны ремонтлауға күп көс һалған хеҙмәткәр Фәриҙә Әхмәтованы ла иҫкә алды сиҙәмдәр. Һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла, ул һәр саҡ мәҙәниәт өлкәһенең уртаһында ҡайнай. Йола буйынса мәҙәниәт донъяһынан һуңғы юлға киткәндәрҙе алҡыштар менән оҙаталар. Был юлы ла залда-ғылар Фәриҙә Нәғим ҡыҙы иҫтәлегенә баҫып тороп, ҡул сабып алҡышланы. Ул — хәтер, ябай, изге күңелле Фәриҙә Әхмә-тованың фани донъяла ҡылған изге эштәре, йәмғиәттә, кешеләр күңелдәрендә ҡалдырған яҡты эҙҙәре өсөн рәхмәт булып яңғыраны. 
Тереләр өсөн тормош һәүетемсә дауам итә. Фәриҙә Әхмәтованың урынына, йәғни мәҙәниәт учреждениеһы мөдире итеп 1 декабрҙән Лариса Сәлимгәрәева тәғәйенләнгән. Ул да һөнәре буйынса педагог, Үрге Әбдрәш мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. 
Күп көс менән атҡарылған ҙур эштең хәҙер файҙаһын күрергә булһын. Һәр мәҙәниәт йортоноң төп байлығы, ҡаҙа-нышы, әлбиттә, һәүәҫкәр таланттар, бай күңелле әүҙем тамашасылар. Киләсәктә лә мәҙәниәт учреждениеһы гөрләһен, ауылды йәмләһен.

Әле лә матур парҙар
Һөйөнөслө һәм ауыл тормошо өсөн әһәмиәтле ваҡиғала 50 йыл буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, пар һуҡмаҡтан алтын туйғаса бергә атлаған матур парҙарҙы ла ҡотланылар.
Район хакимиәте башлығының со-циаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Ва-дим Ғафаров тәбрикләне уларҙы. 
— Ауыл тормошона, районыбыҙға йәм өҫтәп йәшәгән матур парҙарҙы ҡотла-йым! Һеҙ бөгөн ғүмерҙәрегеҙҙең емешле көҙөндә. Йәштәргә үрнәк булғанығыҙ, өлгөлө балалар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, балалар изгелеге теләйем, — тине ул ҡотлау телмәрендә. 
Тормоштоң әсе-сөсөһөн ярты быуат бергә татыған Миңлегөл Мөғин ҡыҙы һәм Үлмәҫбай Хабрахман улы Рәхмәтуллин-дар, Майрамбикә Димиғән ҡыҙы һәм Илйәр Хәкимйән улы Ишәевтарға алтын туйҙары айҡанлы ҡотлау открыткалары һәм бүләктәр тапшырылды. 
Рәхмәтуллиндар Әлмөхәмәт станция-һында йәшәй, икеһе лә тимер юлында хеҙмәт иткәндәр. 3 ул тәрбиәләп, оло юлға аяҡ баҫтырғандар. Улар йәш саҡта-рынан күп мал аҫрайҙар, баҡса үҫтереп, һоҡланғыс ғаилә булып йәшәйҙәр.
Майрамбикә Димиғән ҡыҙы бар ғүме-рен кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә арнаған, ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Илйәр Хәкимйән улы колхозда тракторсы, һуңынан иретеп-йәбеште-реүсе булып хеҙмәт иткән. 3 балаға ғүмер бүләк иткәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙары Гөлнара баҡыйлыҡҡа күскән. Ишәевтар ҡарауһыҙ ҡалған ейәнсәрҙә-рен үҙҙәренә алып, уларға ла матур тәрбиә бирә. 
Вадим Фәнил улы район хакимиәте башлығы исеменән Рәхмәт хаттары ме-нән ут менән көрәшеүсе көслө рухлы, батыр йөрәкле ирекмәндәрҙе – Рифат Йосопов, Азат Ғәлиәкбәров, Сергей Субботинды ла тәбрикләне. 
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас: