Киләһе йылда программала ҡатнашыусылар һаны 33-тән 40-ҡа тиклем артасаҡ. 98 ихата биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа республика бюджетында 955 миллион һум ҡаралған. Быйыл 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем муниципалитеттар халыҡ менән бергәләп проекттарҙы тикшергән.
“Башҡорт ихаталары” программаһы республикала алты йыл эшләй. Ошо осорҙа 1469 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән.Быйыл программа бюджеты муниципалитеттарҙың берлектә финанслауҙыиҫәпкә алып бер миллиард һумдан ашасаҡ.Был33 муниципалитетта 213 күп фатирлы йортто үҙ эсенә алған 143 ихата биләмәһен төҙөкләндерергә мөмкинлек бирәсәк.