-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Ноябрь , 10:06

Лизинг компанияһы төҙөлөш фирмаһына ярҙам иткән

«ИРСЗ-6» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк лизинг компанияһы ярҙамында Zoomlion 7025-12 төҙөлөш башня краны һатып алыуға килешеү төҙөгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Лизинг компанияһы төҙөлөш фирмаһына ярҙам иткән
Лизинг компанияһы төҙөлөш фирмаһына ярҙам иткән

Күрһәтелгән ярҙам суммаһы 23 миллион һум тәшкил итгән, лизинг срогы – 36 ай. Лизинг ярҙамы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

      - Заманса иҡтисад шарттарында төҙөлөш төбәк үҫешенә ҙур йоғонто яһаусы төп тармаҡтарҙың береһе булып тора. Әммә күп кенә төҙөлөш компаниялары кредиттар һәм инвестициялар алыуҙа ауырлыҡтар менән осраша, бигерәк тә иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ һәм юғары процент ставкалары шарттарында. Льготалы лизинг бөгөн компанияларҙың төп средстволарын тулыландырыу һәм яңыртыу өсөн иң ҡулай инструменттарҙың береһе булып ҡала, – тип аңлатма биргән Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

      «ИРСЗ-6» ЯСЙ-ы төҙөлөштә күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә. 2020 йылдан уның генераль подрядсы булараҡ хеҙмәттәре Стәрлетамаҡ ҡалаһының һәм Стәрлетамаҡ районының ҙур компанияларының береһе өсөн төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыуға бәйле эштәрҙең тулы спектрын үҙ эсенә ала. Улар иҫәбендә - «Зәңгәрһыу " биҫтәһе, «Бәләкәй Һәм Оло Айыу» торлаҡ комплекстары, «Новаторҙар» торлаҡ комплексы,  «Шихандар кварталы», «Ваҡиға» һәм «СанРайз» клуб йорто. «Истоки» торлаҡ комплексының яңы проекты 9 күп ҡатлы күп фатирлы торлаҡ йорт һәм 24 блоктан йорт төҙөүҙе үҙ эсенә ала.  Компанияның үҙ башнялы краны булыуы, сит ойошмаларҙың хеҙмәттәрен йәлеп итеү сығымдарын кәметергә һәм төҙөлөш процесын тиҙләтергә ярҙам итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: