Ямғыр болоттары ҡуйырыуға ҡарамаҫтан Ҡужандың өлтөк ҡарағастары янына ҡырҡлаған райондашыбыҙ йыйылды. Улар араһында район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина һәм урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, «Ватанды һаҡлаусылар» фондынан Дилә Ғәлиуллина, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең әсәләре, оло йәштәге һуғыш балалары, хеҙмәт ветерандары бар. Ҡырҙастан ике йылға яҡын махсус хәрби операцияла йөрөгән егетебеҙҙең әсәһе Зөлфиә Харис ҡыҙы ҡунаҡтар араһында. Фазила Зарипова — һуғыш ба-лаһы, атаһы Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта хәбәрһеҙ юғалғанда уға 3 йәш булған. Гөлсәсәк Кейекҡужина етәкселегендә Ҡырҙас ауылы ағинәйҙәре килгән. Иң оло ҡунаҡтарҙан 85 йәшлек Рәсимә Ахунйәнова, 87 йәштәге Гөлфара Байбулова байрам түренә үттеләр.
Ҡырҡтытау ҡуйынында, өлтөк ҡарағастар үҫкән матур тәбиғәт ҡосағында, педагогик хеҙмәт ветераны Клара Абдуллинаның көсө менән әҙерләнгән обелиск асылды. Ветерандар иҫтәлегенә арналған обелиск Бөйөк Ватан һуғышы ордены формаһында сағыу төҫтәр менән урман уртаһында балҡып тора. Бында яу яланында һәләк булған — 14, хәбәрһеҙ юғалған 16 ауылдаштарының исеме яҙылған, еңеү яулап ҡайтҡандарҙың исемдәрен һәм фотоларын күрергә була.
Клара Хатап ҡыҙы ҡунаҡтарҙы ҡаршылап һәр өлтөк ҡарағас менән таныш-тырып сыҡты. «Һәр бөҙрәкәй ҡарағасҡа исем бирҙем, улар менән һөйләшегеҙ, серләшегеҙ, аралашығыҙ», — тип ҡарағастар янына саҡырҙы ул.
Ҡунаҡтар һәр ағасты ҡосаҡлап һөйләште, махсус хәрби операцияла ҡатнаш-ҡан егеттәрҙең әсәләре улдарының иҫән ҡайтыуын теләп күҙ йәштәрен түкте, «Атай» ағас эргәһендә «Балаларыбыҙ атайлы үҫһен», — тигән теләктәр теләне улар. Тупаҡ ауылынан Фәнүзә апай ҡарағастар менән аралашҡанда МХО-лағы улы шылтыратты, шул ваҡытта әсәнең күҙҙәре шатлыҡ йәштәре менән мөлдөрәмә тулды. Ағастарҙың көсөнә ышанырлыҡ шул.
Күпте күргән ҡарағастарҙың яралары бәйләнгән, ҡыуарған ботаҡтары күренеп тора, шулай ҙа бирешмәҫкә тырышып күпереп ултыралар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 30 октябрендә райондың уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары булған өлтөк ҡарағастарҙың олонон яуыз ҡулдар ике яҡлап бысып киткәйне. Ул ваҡытта ирекмәндәр йыйылып, бергәләп ағастарҙың яраларын бәйләп, таяу менән теркәтеп, ҡотҡарыу эштәре менән булышҡайнылар. Бындай зыяндан һуң ҡарағастар артабан тереклек итә алмаясаҡ, ҡороясаҡ, тип фараз ҡуйғайнылар. Сөнки бысылған урындар ағастың үҙәгенә тиклем барып етә һәм уларға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йығылыу ҡурҡынысы янай. Ун бер ағастың уны бөгөн иҫән, нисек кенә һаҡланды икән улар? Ә ун беренсеһе күтәрелә алмаған, ҡороған...
Ағастар биләмәһе кәртәләп алынған, унда тирмәләр ҡоролған, музей экспонаттары бар. «Мир животных, мир друзей» тигән стела янында айыу һыны ла бар. Ял итер өсөн ултырғыстар ҡуйылған, ҙур булмаған заманса ҡорамалдарҙан яһалған ҡыйыҡлы сәхнә эшләнгән. Ике пони һәм уларҙың ҡолоно, бер ишәк был урманға хужа булып дуҫ йәшәйҙәр.
Ямғыр яуа башлауға ҡарамаҫтан «Салауат батыр», «Шайморатов генерал» йырҙарын йырлатып обелискты тантаналы асты Клара Абдуллина. Ямғыр аҫтында сағыу милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың башҡарған бейеүҙәре, таҡмаҡтары кә-йефтәрҙе күтәрҙе. Артабан МХО-ла һәләк булғандар иҫтәлегенә бағышлап Мәрйәм Мансурова аят уҡыны. Егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар уҡылды. Клара Хатап ҡыҙы «Тормошом юлдары» исемле китабы менән таныштырҙы. Үҙенең тормош юлдарын яҡтыртҡан китапта бик күп шиғырҙары баҫылған, уй-хистәрен теҙгән шиғыр юлдары менән дә бүлеште автор.
«Дәртле, тынғыһыҙ, маҡсатҡа ирешеүсән Клара Хатап ҡыҙы Абдуллина маҡтауға лайыҡлы. Оҙаҡ йылдар, үҙенә генә хас алымдар менән, балалар уҡытты. Бөгөнгө көндә лә ул бер туҡтауһыҙ эш менән мәшғүл», — тине Элиза Ҡунафина. Клара Хатап ҡыҙына район хакимиәте исеменән рәхмәт хаты һәм район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының почет грамотаһын тапшырҙы. Хужабикәнең ҡыҙы Шәүрә Заный ҡыҙы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡтарҙы тәмле бишбармаҡ менән һыйланы.
— Был сараны «Тол ҡатындар иламай» тип исемләнем. Мин донъяның бөтә ауырлыҡтарын да күтәреп сыға алдым. Йәшләй тол ҡалып биш баламды ла аяҡҡа баҫтырҙым, хәҙер балаларым, ейәндәрем миңә ярҙам итә, йәшәйек әле бирешмәй, — тине Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Клара Хатап ҡыҙы.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.