Бөтә яңылыҡтар
10
Төҙөкләндереү
8 Декабрь 2024, 14:19

Беҙ — ауылдың шәп егеттәре!

Йәй буйы яуған ямғырҙар ауылдар эсендәге юлдарҙы үткеһеҙ итте. Тау-урман төбәгендә йәшәүселәр аптырап торманы, ситтән ярҙамға ла өмөт итмәне, үҙ көстәре менән төҙөкләндереү эшенә тотондо.

Үтәгән. Был ауылдың ир-егеттәре урындағы депутат Рөстәм Мансуровтың урам араһындағы юлдарҙы үҙебеҙ йүнәтәйек тигән инициативаһын хуплап ҡаршы ала. Һәм эшлекле тәҡдимде оҙаҡҡа һуҙмай, күмәкләп өмәгә сыға. Барлыҡ ир-егеттәрҙең, хатта бәләкәс малайҙарҙың көрәк менән дөйөм эшкә үҙ көсөн һалыуы тотош ауыл өсөн күңелле күренеш була. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән соҡорло юлдарҙы өс көн дауамында ҡом менән тигеҙләйҙәр. Наил Солтанов, Илгиз Аҡмырҙин, Солтан Йәһүҙин, Кәрим Әүбәкиров, Ласын Солтанов, Таштимер Фәйезов, Илфат Ғайсин техника менән ярҙам итә. 

Исхаҡ. Ямғырҙар арҡаһында Буранғол-Исхаҡ араһындағы юл насарайыу сәбәпле, ауылға автобус йөрөмәй башлай. Ауылда магазин юҡ, социаль объекттар күптән ябылған, йомошҡа район үҙәгенә йәки Буранғолға барырға кәрәк. Шуға ла ауыл халҡы күмәкләп юлды йүнәтеүгә сыҡты. Үҙ техникаларында, ҡулға көрәктәр тотоп иртәнән кискә тиклем 3 саҡрым аралығындағы Исхаҡ-Буранғол юлының соҡор-ҙарын яманы, бер юлы ауыл эсендәге юлдарҙы ла йүнәтеп ҡуйҙылар. Ошо дөйөм эшкә өлөш индереүсе ауылдың ир-егеттәре, улар менән бер рәттән эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар, ситтә эшләп, уҡып йөрөүсе ауыл-дың йәш егеттәре лә ҙур маҡтауға лайыҡ. Зәкир һәм Йыһанур Фәттәховтар, Милләт Ҡустыбаев, Һиммәт Лоҡманов, Ишдәүләт Ғибәҙәтов, Рауил һәм Нургиз Солтановтар, Искәндәр Лоҡманов, Илгизәр Фәттәхов техника менән сыҡтылар. Юныс Хәйретдинов, Аслан Исламғолов, Илшат Ишмырҙин, Әхтәм Сөнәғәтов, Рәхәдил, Рифат, Динир Махияновтар, Хәбир, Зәбир, Варис, Данил Солтановтар, Мөҙәрис, Илдус Исламовтар, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Разия Ғилманова, Әнүзә Ғибәҙәтова һәм Рәмзилә Фәттәхова өмәлә ҡатнашты. Афарин, исхаҡтар!

Буранғол. Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында бында ла юлдар зыян күргән. Эшһөйәр буранғолдар үҙ көстәре менән Тау һәм Ҡыҙыл урамдарын тәртипкә килтерҙе. Ир-егеттәр үҙҙәренең техникалары менән сыҡты. Ситтә йәшәүсе егеттәр ҙә ситтә ҡалмай, аҡсалата ярҙам иттеләр. Ҡыҙыл урамын йүнәтеүҙә Морат Усманов етәкселегендә Ринат Тайыпов, Руслан һәм Рөстәм Насировтар, Фәнзил Тайыпов, Хөрмәт Әхмәтов, Эдуард Баймырҙин, Юлдаш Исмәғилев, Азамат Хамматов, Иҙел, Линар, Илсен Усмановтар, Асҡарҙан Динислам Зекрин һәм Линар Шәрипов эшләгән. Өмә аҙағынан ҡатын-ҡыҙҙар Ҡыҙыл йылғаһы буйында өҫтәл әҙерләп, ир-егеттәрҙе һыйлаған. 
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: