Башҡортостан Республикаһында юл төҙөлөшө өсөн һуңғы йылдар уңышлы килә. Атап әйткәндә, Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлы ошо көндәрҙә сафҡа инде. Ҙур, оҙон, ҡатмарлы объект. Уны тормошҡа ашырыу бик ауырға тура килде. Өфөләге Көнсығыш сығыу юлы мартта асылды. Ошо көндәрҙә Илеш, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондары аша үткән «Көнсығыш» М-12 юлы участкаһы сафҡа индерелде. Республика биләмәһе аша үтеүсе 65 километр трасса юлы тулыһынса яҡтыртылған, яңыса йыһазландырылған. 44 мәғлүмәт панеле водителдәргә юл һәм һауа торошо тураһында хәбәр итәсәк.