Идаралыҡ балансында 1040 күпер һанала. Йыл һайын 10-15 күпер ҡоролмаһы норматив хәлгә килтерелә. Бөгөнгө көнгә ошондай 26 объектта эштәр алып барыла.
Әйткәндәй, Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырған күперҙәлә эштәр йылдам бара. Бөгөнгө көндә иҫке күпер һүтеп алынған. Әле технологик юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла. Шулай уҡ таяуҙарҙы бетон иҙмәһе менән тултыра башлағандар.
2025 йыл башынан Борай районындағы Тере Танып йылғаһы аша күперҙә эштәр башланасаҡ. Әлеге ваҡытта унда понтон күпере эшләй. Әле күперҙе проектлау эштәре бара. Төҙөлөш ике йыл дауам итәсәк.