Бөтә яңылыҡтар
10
Төҙөкләндереү
16 Ғинуар , 10:55

Бер нисә ер участкаһын нисек берләштерергә?

Бер нисә ер участкаһын нисек берләштерергә? "Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Бер нисә ер участкаһын нисек берләштерергә?
Бер нисә ер участкаһын нисек берләштерергә?

Бер категорияға ҡараған һәм күршеләш урынлашҡан участкаларҙы ғына берләштерергә мөмкин. Барлыҡҡа килгән участканың ҙурлығы урындағы үҙидара органдары тарафынан билдәләнгән һәм рөхсәт ителгән сик дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.

Һеҙгә кадастр инженеры хеҙмәте кәрәк буласаҡ. Ул участка сиктәрен билдәләйәсәк һәм межалау планын төҙөйәсәк.

Барлыҡҡа килгән ер участкаһын кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм уға милек хоҡуғын теркәргә кәрәк.

Кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм милек хоҡуғын теркәү тураһындағы ғаризаны, межалау планын һәм башланғыс участкаларға хоҡуҡ билдәләүсе документтарҙы "Росреестр" сайтында тапшырырға (rosreestr.gov.ru) йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: