Шуныһы мөһим: граждандар программала әүҙем ҡатнаша, проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаһын бирә, бөтә көсөн һала, идеялар менән сығыш яһай. Йәнгел ауылында «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» проекты буйынса үткән йыйылышта Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров сығыш яһап, программа менән таныштырҙы. Ауыл халҡы менән берлектә ауылдың көнүҙәк проблемалары тикшерелде, мәҫәлән, халыҡтың ППМИ программаһы буйынса Проектҡа Йәнгел мәктәбенең тәҙрәләрен алмаштырыу, урамдарҙы капиталь ремонтлау, Йәнгел йылғаһындағы быуаны тергеҙеү, балалар баҡсаһы бинаһының ҡыйығын ремонтлау тәҡдим ителде. Йыйылыштан һуң халыҡ араһында һорау алыу үткәрелде, унда 2025 йылғы ППМИ өсөн Йәнгел мәктәбенең тәҙрәләрен алмаштырыу проекты һайланды. «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» проекты ауылды төҙөкләндереү өсөн шәп программа икәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, бындай мөмкинселектәрҙән баш тартмаҫҡа саҡырабыҙ, шуға күрә халыҡтан проектта әүҙем ҡатнашыуҙарын һорайбыҙ.