ППМИ биләмәләрҙең һәм ауылдарҙың социаль-иҡтисади инфраструктураһын үҫтереү буйынса һөҙөмтәле проект булараҡ ыңғай һөҙөмтә бирә.
Гусев ауыл биләмәһе был программала йыл һайын ҡатнаша. Алдағы йылдарҙа ППМИ ярҙамында күп проекттар тормошҡа ашырылды. Мәҫәлән, Гусев, Таҡһыр һәм Юлдаш ауылдарында урамдар яҡтыртылды, Тал Ҡускары мәктәбенең тәҙрәләре замансаға алмаштырылды, Таҡһыр зыяраты яңыртып кәртәләнде.
Ултырышта депутаттар ауыл биләмәһе халҡы борсоған мөһим проблемаларҙы тикшерҙе һәм программаны тормошҡа ашырыу өсөн ауыл биләмәһе бюджетынан берлектә финанслау мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, бер тауыштан ППМИ-ла ҡатнашырға ҡарар итте. Шулай уҡ йыйылыш ойошторорға һәм халыҡтың йәмәғәт фекерен өйрәнергә хәл ителде.
Ошоға бәйле Иҙәш Ҡусҡары ауылында халыҡ йыйыны үтте. Йыйылышта ППМИ-ла ҡатнашыу ярҙамында хәл итеү мөмкин булған проблемалар тикшерелде. Ауыл халҡы бер тауыштан урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашырға ҡарар итте һәм ППМИ сиктәрендә зыяраттың ҡоймаһын ремонтлау проектын һайланы.
Был тәңгәлдә эштәрҙе ойоштороу өсөн инициатива төркөмө төҙөлдө.