Ошоресурстарарҡаһында 539ғаиләторлаҡшарттарыняҡшыртыуғасубсидияалған, 204 ғаилә өсөн ҡуртым килешеүе буйынса йорттар төҙөлгән.Муниципалитеттарҙаауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 240 проекттормошҡаашырылған, шул иҫәптән 16 балалар һәм 12 спорт майҙансығы, 16 ял паркы һәм сквер төҙөлгән, 20 урам яҡтыртылған һәм 2 меңдән ашыу ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар туплау майҙансығы йыһазландырылған.
Бынантыш, 38,5 км юл һалынған, 66,5 км газ һәм 116,4 км һыу үткәргес төҙөлгән.Шулайуҡ ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекттары ярҙамында 26 объект сафҡа индерелгән һәм туғыҙ комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проекты тормошҡа ашырылған.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға беренсе сиратта субсидиялар биреү тәртибе әҙерләнгән. Ике йыл эсендә 27 ғаилә тейешле сертификаттар алған.
2024йыл йомғаҡтарыбуйынса «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса иң әүҙеме Нуриман, Борай, Илеш, Бәләбәй, Тәтешле һәм Яңауыл райондары булған.
2025 йылда Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын финанслау күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.