Төҙөкләндереү
30 Ғинуар 2025, 02:30

«Транспорт сәғәте»ндә юлдар торошо тикшерелде

2025 йылда Башҡортостанда 244 саҡрымдан ашыу "фонлы" юлдарҙы  ремонтлау күҙаллана.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Транспорт сәғәте»ндә юлдар торошо тикшерелде«Транспорт сәғәте»ндә юлдар торошо тикшерелде
«Транспорт сәғәте»ндә юлдар торошо тикшерелде

Йыл аҙағына тиклем республиканың юлдар ремонтлау программаһы буйынса бөтәһе 244,2 км юл трассаһы һәм дөйөм алғанда 300-ҙән ашыу метр оҙонлоҡта күперҙәр тәртипкә килтерелергә тейеш. Был маҡсатҡа 6,8 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Программаның иң ҙур объекттары иҫәбендә Сибай-Аҡъяр трассаһын ремонтлау тора. Быйыл был автомобиль юлының 36 км  яңыртыу планлаштырыла. Бынан тыш, Яңауыл-Үрге Тәтешле трассаһының 10 километрлыҡ участкаһында ремонт үткәреләсәк, Благовещен районында Бедеев Поляна–Ахлыстино юлының 9,6 километры, Хәйбулла районында Аҡъяр–Новочеркасск трассаһының 7,8 километры, Бөрйән районында Иҫке Собханғол–Мораҡ юлының 5,4 километры яңыртыласаҡ. Яңыртылған юлдар исемлегенә шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә инеү юлдары ла ҡушыла. 2025 йыл аҙағына тиклем дөйөм оҙонлоғо 30 км булған, 87 баҡса ширҡәтен тоташтырған 24 юлды ремонтлау планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас