Төҙөкләндереү
30 Ғинуар 2025, 02:40

Юл буйы сервисы объекты арта бара

2021-2024 йылдарҙа Башҡортостанда 1 031 юл буйы сервисы объекты яңыртылған һәм 1 018 төҙөлгән.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юл буйы сервисы объекты арта бараЮл буйы сервисы объекты арта бара
Юл буйы сервисы объекты арта бара

Башҡортостанда был эштәрюл буйы сервисынүҫтереүКонцепцияһысиктәрендәойошторола. Уныңтөп маҡсаты – заманса юл буйы комплекстарын булдырыу,  юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү.Республикала был өлкәлә проекттарҙы тормошҡа ашырыусы инвесторҙарға дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған.Атапәйткәндә, улар һалым льготаларын һәм ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алыуҙары мөмкин.Быныңөсөн потенциаль майҙансыҡтар исемлеген төҙөйҙәр.Еручасткаларытураһында мәғлүмәт төбәктең Инвестиция картаһында бар.Инвесторҙарға уңайлы булһын өсөн юл буйы сервисы объекттарын төҙөкләндереүҙең берҙәм нормалары әҙерләнгән, йәшелләндереү, ял итеү зоналары, интернет, электромобилдәр өсөн зарядлау колонкалары буйынса аныҡ талаптар билдәләнгән.

     Былғәмәлдәринвестицияәүҙемлегенарттырыумөмкинбулдырған. Хәҙерге ваҡытта дөйөм инвестициялар күләме 12 миллиард һум самаһы булған 200-ҙән ашыу проект буйынса эштәр бара.

     Әйтәйек, 2024 йыл аҙағында Өфө районының Михайловка ауылында «Ирбис» компанияһының күп функциялы юл буйы комплекстары һәм Дүртөйлө районының яңы М-12 федераль трассаһында «Лукойл-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике объекты сафҡа индерелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас