Төҙөкләндереү
12 Февраль 2025, 07:22

14 мең йорт газға тоташтырыу мөмкинлеге аласаҡ

 Социаль газлаштырыу программаһы буйынса 2025 йылда Башҡортостанда дүрт районда 22 тораҡ пунктты тоташтырыусы биш ҡасаба-ара газ үткәргесе төҙөләсәк.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ағымдағы йылда республикала бөтәһе 459,5 км газ үткәргесе төҙөү планлаштырыла, был 14 мең йортто газға тоташтырыу мөмкинлеген бирәсәк. Йәғни, ошо программа ярҙамында газ менән бөтәһе 57,4 мең ғаилә файҙалана аласаҡ.

      2024 йылда төбәктә 12 ҡала һәм райондарҙа 38 тораҡ пунктҡа 33 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлгән. 2026-2028 йылдарға 36 объектта эштәр планлаштырылған. Киләһе өс йылда 41 тораҡ пункттар эсендә тағы ла  газ үткәргес торбалар һалыу планлаштырыла.

     Бөгөнгө көнгә газлаштырыуға 70 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, 69 мең килешеү төҙөлгән, уларҙың 94 проценты — 65 мең килешеү үтәлгән, ер участкалары сиктәренә тиклем үткәрелгән. Газға 57,4 мең йорт тоташтырылған, йәғни төҙөлгән килешеүҙәрҙең 83 проценты.

        Газлаштырыу программаһы баҡса һәм дача участкаларына ла ҡағыла. Бөгөн республикала 308 баҡса участкаһына газ еткерелгән. 2025 йылда тағы ла 1 мең биләмәне тоташтырыу планлаштырыла.  

    Әйткәндәй, республиканы газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы буйынса 2 мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендә газ үткәргестәр төҙөү, 181 тораҡ пунктты газлаштырыу ҡаралған, уларҙа 26 меңдән ашыу йорт урынлашҡан.

«Газпром» дың был программаға инвестициялар күләме 26,9 миллиард һум тәшкил итеүе мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас