Республикала был льготаны тормошҡа ашырыу өсөн айырым норматив-хоҡуҡи акт әҙерләнәсәк. Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссия ултырышы йомғаҡтары буйынса ултырышта республиканың вице — премьер-министры Руслан Хәбибов ошоно белдерҙе.
Урман хужалығы министрлығына, был категория граждандар өсөн утынға ағас бүлеүҙең, алгоритмын эшләргә ҡушылған.
Белеүебеҙсә, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандары льготалы хаҡҡа, йәғни 90 процент ташлама менән утын алыуға хоҡуҡлы.
Был ярҙам сараһы 2023 йылдың сентябрендә сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙән азат итеү, йорттарҙы бушлай газлаштырыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн булған пеняларҙан азат итеү менән бер рәттән индерелгәйне.