Төҙөкләндереү
21 Февраль 2025, 02:40

Коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының икенсе этабы башланды

2023-2024 йылдарҙа коммуналь инфраструктураны модернизациялау төбәк программаһының беренсе этабы йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостанда 1,5 миллиард һумға 21 объект реконструкцияланған һәм капиталь ремонт үткәрелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының икенсе этабы башландыКоммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының икенсе этабы башланды
Коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының икенсе этабы башланды

115 км инженер селтәрҙәре алмаштырылған, шуларҙың 104 км һыу менән 11 км йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса атҡарылған.Бынантыш, милли именлек фонды средстволарын йәлеп итеп, 2024 йылда Учалыла ҡаҙанлыҡ, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Ауырғазы районында һыу селтәрҙәре төҙөлгән, Ишембай районының Петровское ауылында канализацияны таҙартыусы ҡоролмалар реконструкцияланған.

           Ағымдағы йылда ҡалған 2,8 миллиард һумлыҡ өс проектты тамамларға кәрәк, йәғни Өфөлә һәм Нефтекамала һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау, Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылында ҡаҙанлыҡты һәм йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау бурысы тора.  

      2025 йылдан төбәктә биш йылға иҫәпләнгән коммуналь инфраструктураны модернизациялау буйынса республика программаһының икенсе этабы старт алды. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты маҡсаттарына ярашлы 2030 йыл аҙағына тиклем 40 эсәр һыу менән тәьмин итеү объекты реконструкцияланасаҡ. Бының менән күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты 580 мең кешегә ҡағыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас