Хәҙер исемлектә 7,9 меңгә яҡын кеше торлаҡ алыуға хоҡуҡлы, шуларҙың биш меңдән ашыуы фатирға хоҡуҡлы. Былтыр был маҡсатҡа 2,6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән – элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Ошоноң арҡаһында 1029 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. Был планлаштырылғандан 35 процентҡа күберәк.
Ағымдағы йылда 22 муниципалитетта торлаҡ һатып алыу процедураһы башланған. Бөгөнгә 47 фатирға 126 миллион һумлыҡ сауҙа иғлан ителгән, 10,9 миллион һумға дүрт торлаҡ һатып алынған һәм торлаҡ һатып алыу өсөн өс сертификат бирелгән.
Бынан тыш, федераль бюджеттан 100 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеүгә субсидия бүленәсәк.
Муниципалитеттарға быйыл 1 апрелгә тиклем торлаҡ һатып алыуға контракттар төҙөргә йәки сертификаттар бирергә ҡушылған.