Төҙөкләндереү
25 Март 2025, 11:09

Бер нисә районды тоташтырыусы юлды ремонтлау эштәре башлана

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө трассаһының 19 саҡрымы ремонтланасаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Бер нисә районды тоташтырыусы юлды ремонтлау эштәре башланаБер нисә районды тоташтырыусы юлды ремонтлау эштәре башлана
Бер нисә районды тоташтырыусы юлды ремонтлау эштәре башлана

Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондары биләмәләре аша үткән юлды норматив хәлгә килтерәсәктәр, йәғни юл япмалары яңырталасаҡ, һигеҙ участкаға билдәләр ҡуйыласаҡ.

        Был трассаның әһәмиәте шунда: ул үрҙә аталған райондарҙың күп һанлы тораҡ пункттарында йәшәүселәргә М-5 “Урал”, Р-240 “Өфө – Ырымбур”, М – 12 “Восток” федераль трассаларына, шулай уҡ муниципалитеттар араһында транспорт менән йөрөү мөмкинлеген бирә. БР транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков һүҙҙәренсә, бында тәүлек һайын 3,6 меңдән ашыу машина йөрөй. Трассала эштәрҙе ошо көндәрҙә башлап,  йыл аҙағына тамамлау күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас