6 йыл эсендә Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программалары ярҙамында 4 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 13 миллиард һумдан ашыу субсидия бүленгән. Республика бюджеты 4,7 миллиард һум йүнәлткән, ә муниципаль бюджеттан субсидиялар 500 миллион һум тәшкил иткән. Был эште дауам итеү 2036 йылға өҫтәмә рәүештә 8 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк.
Торлаҡ төҙөлөшө менән параллель рәүештә инфраструктура үҫешә. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов һүҙҙәренсә, 6 йыл эсендә республикала 27 инфраструктура объекты булдырылған: 21 автомобиль юлы, 6 инженер объекты, энергоүҙәк һәм мәктәп.
2025 йылдан торлаҡ һәм инфраструктура төҙөлөшө «Тормош өсөн нфраструктура» милли проекты сиктәрендә дауам итәсәк. Әйтәйек, «Затон-Көнсығыш» районының 21,23 кварталында канализация насос станцияһы һәм урамдар, Ленин районында таҙартыу ҡоролмаларына тиклем канализация коллекторы, Киров һәм Дим райондарында һыу үткәргес, Өфө районының Нижегородкаһында канализация таҙартыу ҡоролмалары төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш, 19,6 миллиард һум күләмендәге инфраструктураны бюджетлау кредиттары ярҙамында Нефтекамала биологик таҙартыу ҡоролмалары реконструкциялана, канализация насос станцияһы төҙөлә, Кузнецов затонында 2200 урынлыҡ иң ҙур мәктәп төҙөләсәк.