Төҙөкләндереү
27 Март 2025, 08:10

"Башҡорт йорто" программаһы концепцияһы раҫланды

Башҡортостанда аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү концепцияһы раҫланды. Программа шәхси йорт төҙөү секторына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Башҡорт йорто" программаһы концепцияһы раҫланды"Башҡорт йорто" программаһы концепцияһы раҫланды
"Башҡорт йорто" программаһы концепцияһы раҫланды

Концепция биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү сиктәрендә подряд ысулы менән төҙөлгән торлаҡты сафҡа индереүҙең дөйөм өлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән. Концепция авторҙары әйтеүенсә, торлаҡ төҙөлөшө үҫешенең хәҙерге этабында ҡала эсендәге төҙөлөштән ҡалалар тирәләй һәм транспорт артериялары буйында яңы микрорайондар төҙөүгә күсеү менән характерлы.

     Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала шәхси торлаҡ төҙөлөшөнөң үҫеш темптары күп ҡатлы төҙөлөшкә ҡарағанда юғарыраҡ. Әгәр 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙың дөйөм майҙаны 2023 йылға ҡарата бер процентҡа, йәки 3,3 миллион квадрат метрға тиклем артһа, яңы шәхси торлаҡ майҙаны бер йылда 13,4 процентҡа, йәғни 2,3 миллион квадрат метрға тиклем артҡан. 2023 йылда шәхси йорттар республикала дөйөм торлаҡ төҙөлөшөнөң 62,1 процентын биләһә, ә былтыр — 69,7 процент. Концепцияла торлаҡ төҙөлөшөнөң дөйөм күләмендә шәхси йорттарҙың өлөшөн 2030 йылда 75 процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйылған. Был ваҡытҡа республикала йылына 3 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған шәхси йорттар төҙөргә кәрәк. 20 меңдән кәм булмаған ғаилә, шул иҫәптән 3 меңе торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш граждандар торлаҡлы буласаҡ. «Башҡорт йорто» концепцияһы ике этапта тормошҡа ашырыла: беренсеһе — 2024-2025 йылдарҙа, икенсеһе — 2026-2030 йылдарҙа. Беренсе этапта Өфө районында индивидуаль торлаҡ комплекстары төҙөү проекттарын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Булғаҡта 108 йорт төҙөү өсөн 8,6 гектар ер бүленгән, Миловка ауылында 122 йорт төҙөү өсөн 14 гектар. Һәр район был программала ҡатнашасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас