Төҙөкләндереү
24 Апрель 2025, 10:47

Бергә эшләйһе эштәр күп

Район хакимиәтенең ултырыштар залында “Йорт идарасыһы”форумы үтте  

Бергә эшләйһе эштәр күпБергә эшләйһе эштәр күп
Бергә эшләйһе эштәр күп

Форумда Асҡар, Красная Башкирия, Йәнгел, Ташбулат, Әлмөхәмәт ауыл биләмәләре башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, күп фатирлы йорттар рәйестәре һәм йәмәғәтселәр ҡатнашты. Сараны район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов алып барҙы. Ул ошоға тиклем күп фатирлы йорттарҙа башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландар тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Фуат Рәфҡәт улы әйтеүенсә, район биләмәһендә  күп фатирлы 96 йорт бар. 2024 йылда

район үҙәгендә урынлашҡан Учалы урамындағы халыҡтың иҫәпләнгән иғәнәләрен йыйыу иҫәбенә 16-сы һәм Матросов урамының 1-се йорттарының ҡыйыҡтарына капиталь ремонт үткәрелгән. 2026-2028 йылдарға күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҫҡа ваҡытлы планына ярашлы, 2026 йылда Красная Башкирия ауылының Гагарин урамындағы 2-се һанлы һәм 2027 йылда Йәнгел ауылының Ленин урамындағы 2-се һанлы фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарына капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла.

2025 йылдың 31 мартына район буйынса капиталь ремонт өсөн иғәнә йыйыу проценты 87 процент тәшкил иткән. Был капиталь ремонт өсөн 46 699 925 һум аҡса йыйылған, халыҡтың 7 286 798 һум бурысы бар тигән һүҙ.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «2025 йылға Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары буйынса күп фатирлы йорттоң ҡатлылығына бәйле күп фатирлы йортта дөйөм милекте капиталь ремонтлауға минималь иғәнә күләмен билдәләү тураһында» проект ҡарарына ярашлы, 2025 йылдың 1 майынан капиталь ремонтҡа минималь иғәнә күләмен үҙгәртеү планлаштырыла.

Ни өсөн республикала капиталь ремонтҡа минималь иғәнәне арттырырға кәрәк? Сөнки «БР-һы төбәк операторы» 11 йыл эшләй. Фонд 2013 йылда БР-һы хөкүмәте ҡарары менән булдырылған һәм Башҡортостанда 2014-2055 йылдарға республика буйынса капиталь ремонт программаһы раҫланған.

Программаға Башҡортостан Республикаһының 17 141 күп фатирлы йорто индерелгән. Бөтә осорҙа программаға индерелгән күп фатирлы йорттарҙың яҡынса 50% капиталь ремонт менән тәьмин ителгән, был 1 миллион 366 мең гражданға йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек биргән.

Һуңғы йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау менән бәйле хәл республикала етди борсолоу тыуҙыра. Капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме 2022 йылдан бирле индексацияланмаған һәм ул ил кимәлендә иң түбән сумма тип иҫәпләнә..

Төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыуы ла роль уйнай. Түбән иғәнә ремонтҡа киткән сығымдарҙы ҡапламай, был ремонтланған йорттар һанының кәмеүенә килтерә. Аҡса етмәү сәбәпле, эштәр һуңыраҡҡа күсерелә һәм шул ваҡыт эсендә йорттарҙың насарайыуына килтерә.

Ябай ғына итеп әйткәндә: иғәнәне арттырмаһаң, йорттарҙы ремонтлауға аҡса етмәйәсәк. Был йорттарҙың туҙыуына килтерә, ә уларҙа йәшәү уңайһыҙ һәм хатта хәүефле буласаҡ. Һөҙөмтәлә торлаҡты тәртипкә килтереү өсөн тағы ла күберәк аҡса һәм көс сарыф итергә тура киләсәк. Шуға күрә 2025 йылдың 1 майынан 6 ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттар өсөн капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме квадрат метры 12,5 һум күләмендә, ә 6 ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн квадрат метры 13,2 һум менән билдәләнгән.

Бөгөнгө көндә район биләмәһендә 4 торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмалары иҫәпләнә: “Асҡар”, “АСКО”, “Урал”, “Башкирия”. Улар халыҡты һыу менән тәьмин итә, һыуҙы ағыҙа, йорттарҙы йылыта һәм күп фатирлы йорттарҙы тота. Үрҙә һанап үтелгән ойошмаларға 22 апрелгә ҡарата Асҡар халҡының 11 048, 41 һум күләмендә бурысы бар. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысты түләтеү буйынса эш алып барыла. Бөгөнгө көнгә ҡарата 114 фатир хужаһына 5, 925 мең һумлыҡ дәғүә ғаризаһы бирелгән. “Башкирия” торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһы 2024 йыл аҙағында абоненттарҙы үҙәк һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу һәм торлаҡты ҡарау өсөн үҙ ваҡытында бурыстарын түләмәгәндәргә ҡарата судҡа тиклемге эшен башланы. Уларға халыҡ 3 500 000 мең һум күләмендә бурыслы. “Урал” ойошмаһына халыҡтың 1 575 000 мең һум күләмендә бурысы иҫәпләнә. Йылдың тәүге кварталында 46 хужаның эше судҡа ебәрелгән, уларҙың дөйөм бурысы 648 мең һум. Үрҙә һанап үтелгән бурыстар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары тураһында капиталь төҙөлөш бүлеге урынбаҫары Азалия Йәһүҙина бәйән итте.

Артабан сарала күп фатирлы йорт хужаларын борсоған һорауҙар яңғыраны. Асҡар ауылының Учалы урамында уҙған йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә асфальт түшәлгән йәйәүлеләр юлдары һәм тротуарҙар барлыҡҡа килде. Бөтә төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн балалар майҙансығы, һәр подъезд янында эскәмйәләр, кер элеү майҙансығы ҡуйылды, машиналар ҡуйыу урындары булдырылды, спорт һәм балалар майҙансыҡтарына хәүефһеҙлек өсөн резина япмалар йәйелде, кер элеү өсөн урын да ҡаралды. Йорт алдарын йәшелләндереү, эскәмйәләр, сүп һауыттары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйылды. Әммә шул урамдың вәкиле булып сығыш яһаған Ғәббәсов исемле ир-уҙаман әйтеүенсә, 16-сы йорт алдындағы ер тигеҙ түгел һәм баҡсалар йүнәтелмәгән. Ул үрҙә һаналған эштәрҙе быйылғы йылда эшләп бөтөрөргә саҡырҙы.

Үләнде ауылы вәкилдәре газ, электр энергияһы һәм күп фатирлы йорттарға тәғәйенләнгән ремонттар хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Шулай уҡ ауыл эсендә транспорттарҙың шәп тиҙлектә йөрөүҙәре сәбәпле, камера йәиһә “ятҡан полиция” яһарға тәҡдим итте.

Яҡтыкүл ауылынан Миһранова фамилиялы ҡатын үҙе йәшәгән йортта ҡыйыҡтан һыу ағыуы тураһында әйтте. Был йортҡа 2027 йылға ремонт яһаласаҡ.

Асҡар ауылының Киров урамынан сығыш яһаған ҡатын подезға ингән баҫҡыстарҙың серек булыуы тураһында һөйләне. “Асҡар” торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе Азамат Мортазин 12 июнгә тиклем баҫҡыстарҙы эшләп ҡуйырға вәғәҙә итте. Азамат Өлфәт улы әйтеүенсә, Матросов урамының 3-сө һәм  5-се, Учалы урамының 8-се йорттарында подъездар ремонтланған. Әле Учалы урамының 10-сы йортонда ремонт бара.

Йәнгел ауылынан Азалия Арғынбаева күп фатирлы йорттарҙа һәм мәктәп, балалар баҡсаһы биналарының ҡыш көндәрендә һыуыҡ булыуы тураһында һөйләне.

Асҡарҙың Таңатар урамы, 14-се йортта йәшәүсе егет ихатала яҡтылыҡ юҡлығы, кис һәм төндә йортта йәшәүселәр өсөн ҡараңғы булыуы тураһында әйтте

Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһының да һорауҙары яҙып алынды, уларға тиҙ арала яуаптар буласаҡ.

Бергә эшләйһе эштәр күп
Бергә эшләйһе эштәр күп
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас