

Предприятиеның генераль директоры Александр Москаленко һөйләүенсә, 2007 йылдан ул нефть һәм газ сығарыу компаниялары өсөн сәнәғәт тәғәйенләнешендәге шартлатҡыс материалдар етештерә. Етештереү майҙансыҡтары Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Унда кумулятив зарядтар, перфорация системалары, скважиналарҙағы аварияларҙы бөтөрөү өсөн ҡорамалдар етештерелә.
Компанияның төп заказсылары араһында Роснефть, Газпром, ЛУКОЙЛ, Сургутнефтегаз бар.
Бынан тыш, «Взрывгеосервис» продукцияһын Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Нигерияла, Оманда ҡулланалар. Компанияла 250 хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 70 юғары класлы конструкторҙар һәм технологтар. Коллектив производствоны яңыртыу һәм илдең технологик суверенитетын һаҡлау өсөн тырышып эшләй.