

Проектҡаинвестицияларкүләме50миллионһум планлаштырыла, уны тормошҡа ашырғас 25 эш урыны булдырыласаҡ.Производствоны Димрайонындатөҙөргәпланлаштыралар.
Әҙер продукция менән электән эшләп килгән заказсылар ҡыҙыҡһына, шул иҫәптән ваҡлап һатыу магазиндары, ә балды экспортҡа ебәрергә планлаштыралар. Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелә, был инвесторға ташламалар менән файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Ер участкаһын рәсмиләштереү 2025 йылдың авгусына планлаштырылған, шунан һуң проектлау башланасаҡ. Компания заводты 2025-2026 йылдарҙа төҙөргә иҫәп тота, 2027 йылда етештереү башланасаҡ.
"Беҙбаҙарҙа2013 йылдан алып фитопродукция сығарыу менән шөғөлләнәбеҙ, улар-фитосәйҙәр, фитобальзамдар, башҡорт балы һәм сувенир продукцияһы.Башлыса продукцияныБашҡортостандың сауҙа селтәрҙәренә, күмәртәләп һатыусыларға, сувенир кибеттәренә, шифаханаларға оҙатабыҙ, продукцияны Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға экспортлай башлайбыҙ.Етештереү һәм продукция ассортиментын арттырыу өсөн ҡеүәт етмәй, ә ул һорау менән файҙалана.Шуға ошондай мәсьәлә тыуҙы.Шуғакүрә күп функциялызаводтөҙөү вариантыәҙерләнде", - ти компанияның генераль директоры Азат Йосопов.