

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда төбәктә 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге торлаҡ йәшәүсе тип билдәләнгән граждандарҙы күсереү буйынса 2024 - 2030 йылдарға адреслы программа ҡабул ителде. Яңы программаға майҙаны 227 мең квадрат метрлыҡ 565 авария хәлендәге йорт ингән. 15 мең самаһы кеше күсерелергә тейеш. Яңы программа алты этапта тормошҡа ашырыласаҡ.
2024 йылда беренсе этап барышында Өфөлә һәм Бөрөлә ете йортта йәшәүселәр күсерелгән. Был маҡсатҡа 134 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. 2025-2026 йылдарҙа дөйөм майҙаны 11 мең «квадрат»тәшкил иткән 31 күп фатирлы йорттан күсереү планлаштырыла. Уға ошондай йорттарҙа йәшәүсе Әлшәй, Бөрө, Белорет, Благовещен, Ғафури, Дүртөйлө, Илеш, Күгәрсен, Шишмә, Учалы, Тәтешле райондарында һәм Сибайҙа 555 граждан эләгә.