

Яңы Абҙаҡ һәм Мораҡай араһындағы 4 километр оҙонлоғондағы участкала эшселәр юлдың иҫке япмаһын фрезерлай, нигеҙен нығыта һәм асфальт-бетон нигеҙенең өҫкө ҡатламы һалына. Бында ике ҡатлам асфальт һалыу, билдәләр ҡуйыу, юл ситтәрен тәртипкә килтереү планлаштырыла. "Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трассаһы ошо ҡалаларҙа, ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтарҙы транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Шулай уҡ был юлдан Яҡтыкүл, Абҙаҡ тау саңғыһы комплекстарына, "Яҡтыкүл" шифаханаһына һәм башҡа туристик объекттарға барып етергә мөмкин. Быйыл юлсылар Әбйәлил, Белорет һәм Ишембай райондарында ошо юлдың биш участкаһын ремонтларға ниәтләй. Шуларҙың ике участкаһында Әбйәлил һәм Ишембай райондарында эштәр алып барыла ла инде. Бөтә юл эштәрен 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.