Төҙөкләндереү
25 Июнь 2025, 12:04

Милли проект буйынса мәктәп һәм ике балалар поликлиникаһы төҙөлә

Учалыла һәм Асҡарҙа балалар поликлиникалары «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектары сиктәрендә төҙөлә.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Милли проект буйынса мәктәп һәм ике балалар поликлиникаһы төҙөләМилли проект буйынса мәктәп һәм ике балалар поликлиникаһы төҙөлә
Милли проект буйынса мәктәп һәм ике балалар поликлиникаһы төҙөлә

Ике объектта ла эштәр йылдам бара, инженер коммуникацияларын һалыу эштәре башланған. Быйыл республикала ошондай алты поликлиника файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Асҡарҙа Көнсығыш-1 биҫтәһендә 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә. Ул 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелә. Балалар баҡсаһы төҙөлөп бөткән. Мәктәптә төҙөүселәр фасад һәм эске биҙәү эштәре, территорияны төҙөкләндереү менән мәшғүл.

      Учалыла хирургия корпусы төҙөлөшө дауам итә, быйыл төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау күҙаллана.

Хәҙер объектта биҙәү һәм эске сантехник эштәр бара. Уны төҙөү 2019 йылда башлана, әммә проблемалар каскады менән ҡатмарлана: беренсе подрядсының банкротлығы, пандемия, төҙөлөш хаҡының ҡиммәтләнеүе. 2021 йылда республика төҙөлөшкә һәм яңы ҡорамалдарға 500 миллион һум аҡса бүлә. Проектҡа ярашлы, 5 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы өс ҡатлы бинала операция блогы, реанимация бүлексәһе, 24 койка-урынға иҫәпләнгән палаталар, тәүлегенә 70 кешегә иҫәпләнгән травмпункт, экспресс-лаборатория, шулай уҡ ҡабул итеү һәм тәүлегенә 150 кешегә иҫәпләнгән диагностика бүлексәһе урынлашасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас