Төҙөкләндереү
30 Июня 2025, 13:36

Башҡортостанда 740 саҡрым төбәк һәм муниципаль ара юлдар ремонтланасаҡ

2025 йылда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге трассаларҙы ремонтлау планы буйынса, дөйөм оҙонлоғо 740 км булған 280 юл участкаһын, шулай уҡ 12 күперҙе ремонтларға кәрәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда 740 саҡрым төбәк һәм муниципаль ара юлдар ремонтланасаҡБашҡортостанда 740 саҡрым төбәк һәм муниципаль ара юлдар ремонтланасаҡ
Башҡортостанда 740 саҡрым төбәк һәм муниципаль ара юлдар ремонтланасаҡ

Был объекттар «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына индерелгән. Төҙөүселәр 65 участкала эшләй башлаған да инде. Яңыртылған юлдар исемлегенә коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә инеү юлдары ла инә. 2025 йылда дөйөм оҙонлоғо 25 км булған, 85 баҡсаны үҙ эсенә алған 24 ошондай юлды ремонтлау планлаштырыла. Шулай уҡ федераль трассаларҙы яңыртыуҙы дауам итәсәктәр. "Приуралье" юлдар идаралығы начальнигы Денис Абрамов хәбәр итеүенсә, 2025 йылда төҙөүселәр М-7 «Волга» автомобиль юлында 21,6 саҡрым оҙонлоҡтағы ике участканы реконструкциялай. Бынан тыш, М– 12 «Көнсығыш» тиҙ йөрөшлө федераль трассаһын төҙөгәндә зыян күргән 138 саҡрым юлдарҙы тергеҙеү эштәре планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас