

Ошо маҡсатҡа республика федераль ҡаҙнанан 1,16 миллиард һум аласаҡ.
Республиканың 63 муниципалитеты 2026 йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәләр һайлау өсөн тауыш биреүгә 241 майҙансыҡ тәҡдим итте. Тауыш биреү 21 апрелдән 12 июнгә тиклем булды.
Башҡортостанда 2019 йылдан алып федераль проект сиктәрендә 8,2 миллиард һумға 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, шуларҙың 7,6 миллиарды — федераль средстволар. 2025 йылда төбәктә 1,1 миллиард һум күләмендә федераль аҡса йәлеп итеп 94 объект, бынан тыш төбәк, урындағы бюджеттар иҫәбенә һәм бюджеттан тыш средстволар йәлеп итеп финансланған башҡа программалар буйынса тағы ла 70 территория төҙөкләндерелә.