Төҙөкләндереү
16 Июль 2025, 03:33

Мәктәп автобустары һатып алыуға аукцион үткәрелә

Мәғариф министрлығы 11 мәктәп автобусы һатып алыуға аукцион иғлан итә, бының өсөн 77 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мәктәп автобустары һатып алыуға аукцион үткәреләМәктәп автобустары һатып алыуға аукцион үткәрелә
Мәктәп автобустары һатып алыуға аукцион үткәрелә

Контракттың башланғыс максималь хаҡы 77 миллион һум кимәлендә билдәләнгән. Һатып алыуҙы төбәк бюджетынан финанслайҙар. Транспорт саралары заказсыға 20 авгусҡа тиклем тапшырылырға тейеш. Башланғыс хаҡ итеп бер автобусҡа 7 млн һум күләмендәге билдәләнгән. Автобустар Өфө, Сибай, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Илеш, Ишембай, Дүртөйлө һәм Белорет райондары мәктәптәренә, гимназиялар, белем биреү үҙәктәре өсөн тәғәйенләнгән. Транспорт саралары һары төҫтә булырға тейеш, унда балаларҙы ташыу билдәләре һәм “Балалар” яҙыуы, сигнал маяҡтар булырға тейеш. Механик коробка һәм дизель двигателе булған 25-30 урынға иҫәпләнгән булыуы мотлаҡ. Автобустар ТАХОГРАФТАР һәм ГЛОНАСС навигация системаһы менән тәьмин ителергә тейеш. Тәьмин итеүсе транспорт сараларына ике йылға йәки 60 мең км юл йөрөүгә гарантия бирергә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас