

"Башҡортостанда күперҙәр төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы дауам итәбеҙ. Бер үк ваҡытта бер нисә тиҫтә ҡоролмала эш алып барабыҙ. Уларҙың дүртәүһен федераль магистралдәрҙә төҙөйбөҙ. Тағы ла 14-дә, М-5 Урал, М-7 Волга һәм Р-240 трассаларында планлы ремонт эштәре бара. Шулай уҡ төбәк һәм муниципаль юлдарҙағы 16 күпер төҙөкләндерелә. Иң ҙур объекттар араһында — Татарстан менән сиктәш Октябрьский ҡалаһы янындағы йылға аша күпер. Унда күп эштәр атҡарылған, төҙөлөштө 2026 йылда тамамларға ниәтләйбеҙ. Дүртөйлө районында Дүртөйлө — Нефтекама трассаһында Тиҙ Танып йылғаһы аша күпер 70 процентҡа әҙер. Уны ла киләһе йылда тапшырасаҡбыҙ. Был йылғала аша тағы бер күперҙе реконструкциялау башлана, тик был Борай районында. Барыһын да ваҡытында тамамларға тырышасаҡбыҙ", - тип эш барышы хаҡында хәбәр иткән Радий Хәбиров.