Төҙөкләндереү
21 Июль 2025, 05:09

Рауилдар - дөргөн халыҡ!

Өс көн эсендә ауыл халҡы бына тигән күпер эшләп ҡуйҙы!

Ҡыҙыл аша аръяҡҡа сығып йөрөгән күперҙең насар хәлдә булыуы, уны ремонтлау зарурлығы хаҡында ауылыбыҙҙың Ватсаптағы чатында фекер алышҡандан һуң, был мәсьәләне күҙгә-күҙ осрашып хәл итеү маҡсатында йыйылыш үтте. Был бик кәрәкле күпер, сөнки күптәрҙең картуф баҡсалары, сабынлыҡтары аръяҡта, Исҡужаға ла ошонан тураға сығалар. Ир-егеттәр күперҙе яңыртыу өсөн ниндәй материалдар, күпме күләмдә кәрәклеген иҫәпләнеләр. Унан инде өй башына 1500-әр һум аҡса йыйырға килештеләр. Кем күпме булдыра ала, шунса иғәнә индерҙе, исҡужалар ҙа ярҙам итте. Йыйылған аҡса етмәҫтәй булғас, район башлығы вазифаһын башҡарған Айрат Әминевтан ярҙам һоранылар. Ул бер һүҙһеҙ ярҙам ҡулы һуҙҙы, күперҙе ремонтлауҙа бик кәрәкле булған 150 дана шпал бирҙе. Йыйылған аҡсаға кәрәкле материалдар һатып алынды һәм эш гөрләне.
Өс көн алһыҙ-ялһыҙ эшләне ир-егеттәребеҙ. Ә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, төркөмдәргә бүленеп, ашарға өйҙәренә ҡайтып, ваҡыт әрәм итеп йөрөмәһендәр өсөн эшселәргә төшкө һәм киске аш әҙерләп, ашаттыҡ.
«Күмәкләгән — яу ҡайтарған» тигәндәй, тиҙ арала ауыл халҡының дөйөм тырышлығы менән бына тигән күпер әҙер булды. Һәм, әлбиттә, күперҙе асыу тантанаһын үткәрҙек. 
Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы дөйөм эште тормошҡа ашырырға ярҙам иткән Айрат Зиннәт улына, Рауил ауыл биләмәһе башлығы Абдулхаҡ Солтановҡа һәм уңған ир-егеттәребеҙгә бирелде. 
Бына шулай, ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп тормай, үҙ ҡулдары менән күперҙе ремонтлап та ҡуйҙы рауилдар.

Мөнирә УЙЫЛДАНОВА.

Читайте нас