

Бөтәһе 12 муниципаль берәмектә эштәр бара. Бөрйән районының Асҡар, Саҡмағош районының Имәнлекүл,Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылдарында, Өфөнөң 4-се мәктәбендә һәм Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернатында эштәр юғары темпта алып барыла.
Бынан тыш, «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә тағы ла биш колледж яңыртыла. Бында дөйөм финанслау күләме-750 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 500 миллион һум. Төҙөлөш әҙерлеге 43,4 процент тәшкил итә. Бында эштәр 2025 йылдың 20 декабренә тамамланырға тейеш.