Төҙөкләндереү
22 Июль 2025, 04:05

Сүплектәрҙе бөтөрөү проекттарын эшләүгә өҫтәмә 65 миллион һум кәрәк

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү проекттарын әҙерләүгә өҫтәмә рәүештә 65,4 миллион һум кәрәк буласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сүплектәрҙе бөтөрөү проекттарын эшләүгә өҫтәмә 65 миллион һум кәрәкСүплектәрҙе бөтөрөү проекттарын эшләүгә өҫтәмә 65 миллион һум кәрәк
Сүплектәрҙе бөтөрөү проекттарын эшләүгә өҫтәмә 65 миллион һум кәрәк

Аҡса документтар әҙерләүселәр менән контракт буйынса түләүгә йүнәлтеләсәк.

       "1 сентябрҙән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә. Улар ҡалдыҡтар йыйыу урындарын тәртиптә тотоуға талаптар ҡуя, төбәк операторы менән килешеү төҙөү ҡағиҙәләрен, ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм утилләштереүҙе регламентлай. Шулайҙа, республика өсөн ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм сүплектәрҙе бөтөрөү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала», — тип белдерҙе Премьер министр Андрей Назаров. Хөкүмәт мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан «сүп-сар реформаһын» үтәү буйынса «йәшел зона»ла тора. Атап әйткәндә, республиканың төбәк операторҙары махсус техника һатып алыу буйынса лидерҙар иҫәбендә — 13 машина һатып алынған. Шул уҡ ваҡытта беҙгә контейнерҙар һәм майҙансыҡтар менән тулыландырыу, шулай уҡ территориаль схеманы актуалләштереүҙе тамамлау зарур», — ти Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Министр һүҙҙәренсә, тотош төбәктә ҡалдыҡтарҙы даими сығарыу яйға һалыныуға ҡарамаҫтан, проблемалы мәсьәләләр ҡала.

    Хәҙер ведомствола ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең территориаль схемаһының яңыртылған редакцияһы әҙерләнә-был төбәктә сүп-сар барлыҡҡа килеү күләме, уны күсереү маршруттары, йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү урындары яҙылған төп документ. План буйынса, алдағы йылдарҙа 32 ҡалдыҡтарҙы һаҡлау һәм утилләштереү объекты төҙөләсәк, ә бер сүплек Файҙаланыуҙан сығарыласаҡ — ул Күгәрсен районы Йомағужа ауылында урынлашҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас