

Контракттыңбашланғыс максимальхаҡы300 миллион һум тәшкил итә. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 7 авгусҡа тиклем ҡабул ителә, 12 августа процедураға йомғаҡ яһала.Финанслаусығанаҡтарыбулып Өфө һәм Башҡортостан бюджеттарысығышяһай.Республика2025 йылда был маҡсатҡа 122,6 миллион һумға тиклем, ҡала 35,8 миллион һум бүлергә әҙер, 2026 йылда финанслау 15,4 миллион һум һәм 61,9 миллион һум тәшкил итәсәк. 2027 йылда муниципалитет асфальт япмаһын тергеҙеүгә 100 миллион һум бүләсәк. Финанслау лимиттары конкурс йомғаҡтары буйынса үҙгәрергә мөмкин.Подрядсыныңбурыстарынаәҙерлек эштәре, асфальт һалыу һәм тигеҙләү, билдәләр ҡуйыу инә.2025 йылда эштәр, календарь планына ярашлы, контракт төҙөлгән көндән декабрь уртаһына тиклем, 2026 йылда — 28 апрелдән 1 сентябргә тиклем, 2027 йылда — 26 апрелдән 31 авгусҡа тиклем башҡарылға тейеш.Подрядсыөҫкө ҡатламға, термопластик һыҙаттарға ике йыллыҡ гарантия бирергә тейеш. Гарантияғәмәлдә булған осорҙаетешһеҙлектәртабылһа, башҡарыусыуларҙыүҙиҫәбенәбөтөрөргәтейеш.