Төҙөкләндереү
5 Август 2025, 02:40

10 иң яҡшы проект Рәсәй конкурсына сығарыла

2025 йылда X бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсына Башҡортостандан Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Ағиҙел һәм Дүртөйлө ҡалаларынан, шулай уҡ Үрге Йәркәй, Ҡырғыҙ – Миәкә, Кушнаренко һәм Шишмә ауылдарынан 10 ғариза ебәрелгән.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

10 иң яҡшы проект Рәсәй конкурсына сығарыла10 иң яҡшы проект Рәсәй конкурсына сығарыла
10 иң яҡшы проект Рәсәй конкурсына сығарыла

Мәҫәлән, Дүртөйлөнән " Иванай баҡсаһы” проекты территорияның тәбиғи потенциалын асып, рекреацион киңлек булдырыуҙы тәҡдим итә. Ә «Бөрө: йылғалағы сауҙагәр ҡалаһы» проектына ҡаланың визит карточкаһы була алған тарихи яр буйын тергеҙеү инә.

    Ошоға тиклем конкурстың  үткән йылдарында Башҡортостандан йәмғеһе 34 проект еңеүсе булған.  Конкурс проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелгән,  йәшәү сифаты яҡшырған. Был конкурста, Бәләбәй – өс тапҡыр, Ағиҙел, Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Учалы, Яңауыл ҡалалары икешәр тапҡыр еңеүсе булған. Николо-березовка, Воскресенское һәм Йылайыр ауылдарында өс проект тормошҡа ашырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас